Быйыл иң яҡшы уҡытыусыларҙы аҡсалата бүләкләүгә Башҡортостан 7 миллион һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев федераль ҡаҙнанан субсидия бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Аҡсалата түләү уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр эшмәкәрлеген дәртләндереүгә, уларҙың ижади һәм һөнәри ҡеүәтен үҫтереүгә йүнәлтелә. Субсидия, “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 2006 йылдан түләнә. Быйыл Башҡортостанда 35 уҡытыусының һәр береһенә 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырыла. Бының өсөн конкурста ҡатнашырға тура киләсәк.