Файҙалы кәңәштәр11.02.2014
Балаҫ һымаҡ матур

Ҡайһы бер кеше, иҙәнде тигеҙләйем тип, уға ДВП йәйә, ләкин был материал тиҙ туҙа, буяуы ҡуба. Иҙәнде тигеҙләргә, йылытырға теләһәгеҙ, өҫтөнә әлиф һеңдерелгән ДСП йәйергә кәңәш ителә. Ә иң яҡшы материал, бигерәк тә аш бүлмәһе, коридор өсөн — линолеум. Ул тиҙ йыуыла, тигеҙ ҙә була, иң мөһиме — матур. Хәҙер ниндәйҙәре генә сығарылмай уның: балаҫ һымаҡ ҡалын, төрлө биҙәклеһе лә, паркет кеүеге лә. Ҡиммәтерәк булһа ла, буяу кәрәкмәй, тиҙ таҙарыуы хужабикәне күп мәшәҡәттән ҡотҡара.

Йәйҙең дә... ҡотолдоң

Керамик плитәләр электән төҙөлөштә киң ҡулланылған. Хатта бер нисә быуат элек төҙөлгән өй иҙәндәре бөгөнгөләй һаҡлана. Бының сере бик ябай: цемент йәки тимер-бетонға ҡарағанда, улар 10–20 тапҡырға ныҡлыраҡ. Тағы бер яҡшы үҙенсәлеге бар: йылынһа ла, ағыулы матдәләр бүлеп сығармай, төрлө механик йоғонтоға бирешмәй.
Белгестәр фекеренсә, плитәләрҙе һайлағанда ялтырауыҡлыларына, шымаларға өҫтөнлөк бирмәҫкә кәрәк. Улар тайғаҡ була. Ванна, йыуыныу бүлмәһе парланып еүешләнә, шуға ундағы шыма иҙәндең хәүеф тыуҙырыуы мөмкин.
Тағы бер кәңәш: плитә мөйөштәренең тигеҙ, дөрөҫ булыуына иғтибар итегеҙ. Йәйер алдынан иҙәнегеҙҙең ҙурлығына ҡарап төҙөлөш материалын һайлағыҙ. Майҙан ҙурыраҡ булһа, бик бәләкәй плитә бармай, бәләкәй иҙәнгә, киреһенсә, ҙурырағы килешмәй.


Вернуться назад