Былар ҡыҙыҡлы11.02.2014
Былар ҡыҙыҡлыҠаҙҙар алышы

ХIХ быуатта ҡаҙҙар һуғыштырыу бөгөнгө әтәс алышынан да киңерәк таралған булған. Уның өсөн "тула", "арзамас", "холмогор" тоҡомло ҡаҙҙар һатып алынған. Һайлағанда уларҙың һоро һәм балсыҡ төҫөндәгеһе, һарғылт суҡышлы, һарғылт-ҡыҙыл тәпәйле, ҡара йәки һоро күҙлеһенә өҫтөнлөк бирелгән. "Һуғыш суҡмары"ның муйындары көслө, бер аҙ алға табан бөгөлгән, ҡанаттары ныҡлы үҫешкән булған.

Былар ҡыҙыҡлы "Бройлер"

Инглиз һүҙе. Ул "табала майһыҙ ҡыҙҙырылған" тигәнде аңлата. Хәҙер иһә "бройлер" тип беҙ ауырлығы 1,5 килограмдан кәм булмаған тауыҡ тоҡомон атайбыҙ.
Себештәр инәләрен беләме?
Белә. Әгәр ҙә бер нисә оя бәпкә йәки себеш бер тирәлә йөрөһә, инәләре саҡырыу менән янына үҙҙәренеке генә йүгереп барасаҡ. Ә бына инәләре себештәренең тауышын айырмай: ярҙамға саҡырыусы сипылдау менән унда ташланасаҡ. Орнитологтарҙың тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, тауыҡ, өйрәктәр үҙҙәренең йомортҡаларын айыра икән. Тик баҫырға ваҡыттары етһә, аҫтарындағы бар йомортҡаны ла ҡапларға тырышалар. Ә бына күркәләргә барыбер: улар теләһә ниндәй йомортҡаны ла үҙҙәренеке тип һанай.

Былар ҡыҙыҡлы Сыр

Бөгөн һатыуҙа уның ниндәйе генә юҡ. Был ризыҡ электән билдәле. Мәҫәлән, борон Демос утрауынан килтерелгән грек сыры Европала дан тотҡан. Уны римдәр ҙә алдырған. Һуңыраҡ үҙҙәре сыр яһау серҙәренә өйрәнгән. "Айлы сыр" тип аталғанын Рим яҙыусылары хатта ҡатын-ҡыҙ йөрәге менән сағыштырған.
lАнглияла сырҙың беренсе рецебы 1390 йылда король Ричард III шеф-ашнаҡсыһының аш-һыу китабынан табылған.
lФранцияның сыр яһаусыһы Андре Симондың боронғо китабында (уны 17 йыл яҙған) сырҙың 839 сорты хаҡында мәғлүмәт тупланған.
lРәсәйҙә беренсе сыр ҡайнатыу артеле 1866 йылда Тверь губернаһының Отроковичи ауылында асылған. Уны Николай Верещагин ойошторған.
lХәҙер донъяла сырҙы элеккегә ҡарағанда биш тапҡырға күберәк ашайҙар. Ул бигерәк тә Францияла үтемле.
lИң күп сыр етештереүсе ил — Америка (3 миллион тоннанан ашыу).

Һул бот ҡиммәтерәк

Иң шәп Париж ресторанында тауыҡтың һул ботонан бешерелгән ризыҡ уң яҡтыҡына ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк. Менюҙа былай тип аңлатма бирелә: "Тауыҡ йоҡлаған сағында уң аяғында баҫып тора, шуға һул аяҡ бото күпкә нәфисерәк һәм йомшағыраҡ".
Һарымһаҡ байрамы
Францияның төньяғында Арль тигән бәләкәй генә ҡала бар. Халҡының данын һарымһаҡ үҫтереү таратҡан. Бында һәр йыл "Һарымһаҡ байрамы" уҙғарыла. Уны ашау буйынса конкурс үткәрәләр. Ун минутта кем күберәк ашай, шул еңеүсе тип табыла. Был кешене йыл буйына етерлек һарымһаҡ менән бүләкләйҙәр.

Боронғо икмәк

Мысыр батшаһы Хатшепсуттың төрбәһендә икмәк табылған. Уға ғалимдар 3 800 йылдан ашыу ваҡыт бирә, ләкин ул иң боронғо түгел. Кипкән күл ләмендә лә икмәк табыла. Уны 6 000 йыл элек бешерелгән, тиҙәр. Ташҡа әйләнгән икмәк Цюрих ҡала музейында һаҡлана.


Вернуться назад