Һәр мөрәжәғәт айырым ҡарала11.02.2014
"Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен тикшереү тәртибе тураһында"ғы Федераль законға, "Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы республика Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эш алып барыла һәм ул Хөкүмәттең даими контролендә.

Халыҡтың яҙма мөрәжәғәттәрен Башҡортостан Президенты, Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе ҡарай һәм улар үтәү өсөн республиканың тейешле башҡарма власть органдарына, ойошмаларға ебәрелә.
Былтыр бөтәһе 10 028 мөрәжәғәт килгән. Уларҙың 95 процентын — ғаризалар, 3 процентын — дәғүәләр, 2 процентын тәҡдимдәр тәшкил итә. Был мөрәжәғәттәрҙән 10 850 мәсьәлә күтәрелгән. Шуларҙың 5 010-ы — торлаҡ-коммуналь өлкәгә, 2 354-е — социаль тармаҡҡа, 1 883-ө — иҡтисадҡа, 1 284-е — дәүләт, йәмәғәт, сәйәсәт, 320-һе оборона хәүефһеҙлеге, законлылыҡ мәсьәләләренә ҡағыла.
Мөрәжәғәттәрҙең күпселегендә (1 459 йәки 14,5%) граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелә. Уларҙың ҙур өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр, запасҡа сыҡҡан офицерҙар һәм иҫке торлаҡ хужаларынан килгән. Шулай уҡ йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, субсидия, кредиттар биреүгә бәйле мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙан төҙөүселәр тарафынан ике аралағы килешеү шарттарын үтәмәү тураһындағы 94 хат килгән.
Былтыр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының ҡыйыҡ ябыу, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү, ҡаланы төҙөкләндереү буйынса эшенең ҡәнәғәтләнерлек булмауы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһында — 592 (5,9%), ҡала төҙөлөшө һәм архитектура мәсьәләләре буйынса — 367 (3,7%), юл торошо һәм транспорт эшенә бәйле 323 (3,2%), ҡала һәм ҡасабаларҙы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы — 94 (0,9%), социаль объекттар төҙөү мәсьәләләренә бәйле 55 (0,5%) мөрәжәғәт килгән. 721 (7,2%) хат халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләренең әһәмиәте хаҡында һөйләй. Бынан тыш, мәғариф (557 йәки 5,7%), һаулыҡ һаҡлау (395 йәки 3,9%), хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге (316 йәки 3,2%), физкультура, спорт һәм туризм (84 йәки 0,8%) мәсьәләләренә ҡағылышлы хаттар килгән.
Агросәнәғәт комплексын үҫтереү, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына кредит биреү, агрофирмаларҙағы хәл тураһында 365 (3,6 %) мөрәжәғәт алынған. Тәбиғәт ресурстарын ҡулланыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре 426 (4,2 %) хатта күтәрелгән. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе Өфө (2 957), Стәрлетамаҡ (508), Октябрьский (307), Салауат (232), Нефтекама (197) ҡалаларынан, Өфө (244), Иглин (111), Туймазы (108), Стәрлетамаҡ (76) райондарынан килгән.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләүҙе артабан да камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән Премьер-министр урынбаҫарҙары, республика дәүләт органдары етәкселәренең алдағы кварталда граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа ҡабул итеү көндәре һәм ваҡыты киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә. Хөкүмәттең рәсми сайтында республика дәүләт органдары етәкселәре тарафынан халыҡты күсмә ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт регламенты, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен анализлау, реквизиттар, шулай уҡ интернет аша мөрәжәғәт итеү алымы бирелгән.
Хөкүмәт Аппаратында граждандарҙы ҡабул итеүҙе дөйөм бүлектең граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү секторы ойоштора.
Республика йортонда (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) урынлашҡан Хөкүмәттең ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары тыңлай. Бүлмәгә инеү ишеге айырым. Унда көн һайын 10-15 кеше мөрәжәғәт итә.
Республиканың дәүләт органдары етәкселәре тарафынан ойошторолған 273 ҡабул итеү сараһында 1 553 кешенең мөрәжәғәте ҡаралған.


Вернуться назад