Сит ҡайғыны барыһы ла үҙ иткән11.02.2014
Сит ҡайғыны барыһы ла үҙ иткән
Бәлә-ҡазаға тарығандарҙың хәлен барып белеү, мохтаждарға бар ил менән хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәтеү ғәҙәте халҡыбыҙҙың матур йолалары менән бер ҡатарҙан быуындан быуынға күсеп килә. Яңауыл ҡалаһындағы күп ҡатлы йортта булған шартлауға бәйле хәлдәр быны тағы бер тапҡыр раҫланы. Ваҡиға урынына иртән үк республика башлығы Рөстәм Хәмитов килгәйне. Ул зыян күргәндәр менән һөйләште, бындай осраҡтарҙа үтәү мөһим булған бурыстарҙы барланы, тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Бер нисә көндән фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөү барышы менән тағы ла килеп танышты. Әйтергә кәрәк, Президент ғәҙәттән тыш хәл шарттарында урындағы хакимиәттең ойоштороу эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы, барлыҡ хеҙмәттәрҙең теүәл эшләүен билдәләне.

Сит ҡайғыны барыһы ла үҙ иткән...Үҙәк урамдарҙың береһендә урынлашҡан был йортта яңыраҡ ҡот осҡос фажиғә булғанына таҙартыуҙан һуң стеналарҙа ара-тирә ҡалған ҡором эҙҙәре генә ишаралай. Әүҙем хәрәкәт бында һәр көн таң һарыһы менән башлана. Һуңғы көндәрҙәге сатлама һыуыҡтар ҙа бер кемде лә туҡтата алмай. Төҙәтеү-төҙөкләндереүгә йәлеп ителгәндәр үҙҙәрен алып килгән автобустан төшә башлауға төрлө төҙөлөш материалы тейәгән йөк машиналары бер-бер артлы ихатаға килеп туҡтай. Шунда уҡ штукатурлау өсөн иҙмә әҙерләү машинаһы эшләп тора. Ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләткән был күренеш тәүҙә ығы-зығы һымағыраҡ тойолһа ла, тиҙҙән һәр хәрәкәттең дөйөм маҡсатҡа йүнәлтелгәнен аңлайһың. Төҙөүселәр ҡушҡан-ниткәнде көтөп тә тормай үҙ эшенә тотона, төрлө кимәлдәге етәкселәр, бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышып, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә.
Йортто йүнәтеү эштәрен төп башҡарыусы итеп республикала киң билдәле “Башнефтепромстрой” тресы билдәләнгән. Ойошманың Яңауылдағы 7-се төҙөлөш идаралығы етәксеһе Илдус Исмәғилевте шартлау булған подъезд алдында кеҫә телефонынан һөйләшкән сағында тап иттем.
– Ни сәбәптәндер ут һүнде, электрсылар тиҙ арала сара күрергә вәғәҙәләй, – тине ул, аралашыуын тамамлап. – Ошондай ваҡ мәсьәләләрҙе иҫәпкә алмағанда, әллә ни өҙөклөк юҡ, бар эштәр ҙә билдәләнгән графикка ярашлы бара. Һалҡындар беҙгә ҡамасау түгел, ҡышҡа үпкәләп булмай. Бөгөн, мәҫәлән, термометр бағанаһы утыҙҙан түбәнде күрһәтә...
Сит ҡайғыны барыһы ла үҙ иткәнЙорт тирәһе, төп ваҡиға урыны булған өсөнсө һәм уға уңдан-һулдан күршеләш ике подъезд бөгөн ысын төҙөлөш майҙанына әйләнгән. Ҡайһыһына ғына инмә, һәр ҡатта ҡыҙыу эш бара. Әлбиттә, шартлау һәм янғын һөҙөмтәһендә етди зыян күргәндәренә төп иғтибар бирелә. Йәшерен-батырын түгел, бындай хәлде күп аҡса йәлеп ителгән һәм махсус контролдә тотолған мөһим объекттарҙа ғына күрергә мөмкин.
Күп ҡатлы өйҙөң йәшәргә яраҡлы өлөштәрендә йылылыҡ, һыу, газ һәм электр селтәрҙәрен тергеҙеү фажиғәнән һуңғы тәүге көндәрҙә үк башҡарылған, уларҙа бөгөн тормош әүәлгесә дауам итә. Ә инде үрҙә әйтелгән өс подъезда юҡҡа сыҡҡан ишек һәм тәҙрә уйымдары тиҙ арала махсус япмалар менән ҡапланған, төҙәтеү эштәрен башлау өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу маҡсатында ҡаза күргән фатирҙарҙан халыҡтың әйберҙәре һәм көнкүреш кәрәк-ярағы махсус урынға сығарылған. Белгестәр йорттоң төҙөкләндереүгә ярау-ярамауын тикшергән һәм үҙ тәҡдимдәрен әҙерләгән көндәрҙә “БНПС” тресы һәм Яңауылдың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы эшсәндәре, таҙартыу-йыйыштырыуҙы тулыһынса атҡарып, 100 машинанан ашыу сүп-сар түккән. Шартлау тулҡынынан емерелгән йә һиҙелерлек зыян күргән ҡоролмалар тулыһынса һүтеп алынған. Ҡыҫҡаһы, төп төҙөкләндереү эштәрен йәйелдереү өсөн тейешле майҙан тиҙ арала булдырылған. Был мәшәҡәттәрҙең ҙур күләмдә ҡул көсө талап иткәнен иҫәпкә алғанда, йылдамлыҡ һоҡландыра.
...Илдус Альберт улы менән өсөнсө ҡатҡа күтәрелеп тә өлгөрмәнек, һәр ерҙә әлегә ваҡытлыса ҡуйылған лампочкалар балҡып та китте.
– Ана, ут бирҙеләр, – тип кенә ҡуйҙы ул, нәҡ шулай булырына алдан уҡ ныҡлы ышанғанын бер ҙә йәшермәй. – Төп эштәр беҙгә йөкмәтелһә лә, күп нәмә ярҙамсы ойошмалар эшмәкәрлегенә бәйле. Бер-береңде аңламау осрағы булғаны юҡ. Барыһы ла үҙенә тәғәйенләнгәнде теүәл башҡара.
Быға тиклем тын торған бар тирә-яҡ ут бирелеү менән төрлө төҙөлөш механизмдары тауышына күмелде: бер урында стеналарҙы тимер таяҡтар менән нығытыу өсөн тишек быраулайҙар. 7-се төҙөлөш идаралығының алдынғы һәм үҙ бурысына оло яуаплылыҡ менән ҡараған монтажсыһы Вилдан Камалов нәҡ шул эш менән мәшғүл. Үҙ һөнәренең оҫталары булып танылған иретеп йәбештереүсе Мунзил Фәрхетдинов һәм слесарь Рәлис Байназаров иҙән плитәләре араһын бетон иҙмәһе менән нығытҡанда улар араһына һалынасаҡ тимер һөлдәне (арматураны) махсус бысҡы менән киҫеп тигеҙләй.
Фатирҙар һәм уларҙың бүлмәләре араһындағы утыҙҙан ашыу кирбес диуарҙы һүтеп-ҡороу, ун дүрт дана түшәм тимер-бетон плитәһен яңынан беркетеү теүәлләнгән. Әле йорттоң тышҡы стеналарын анкерҙар ярҙамында нығытыу, күтәрмә майҙансыҡтарын көсәйтеү бара. Алдағы көндәрҙә шартлау булған подъезда яңы йылытыу батареялары, тейешле сантехника ҡорамалдары ҡуйыуҙы тамамлау күҙаллана, ә һуңыраҡ уның өҫтөндәге түшәм-ҡыйыҡты йүнәтеү башланасаҡ.
Сағыштырмаса аҙыраҡ зыян күргән икенсе һәм дүртенсе подъезд фатирҙарында “БНПС” тресының 2-се төҙөлөш идаралығынан Зинфира Ғәфетдинова етәкселегендәге бригада ҡыҙҙары төҙөкләндереүҙән һуң биҙәү эштәрен башҡара, бүлмәләргә обой йәбештерә.
Стена тигеҙләгән штукатурсылар Анна Бикметова менән Гөлшат Йәһүҙина фотоға төшөү һәм һөйләшеү өсөн туҡталырға теләктәре юҡлығын бер нисә һүҙ менән генә аңлатты. Шулай ҙа улар бар эштең дә яҡшы ойошторолғанын, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүҙә бер ниндәй ҙә өҙөклөк юҡлығын айырым әйтте.
Сит ҡайғыны барыһы ла үҙ иткәнРита Таймурзина менән Марита Саляева обой йәбештереүҙә күптән үҙ оҫталығын күрһәтеп өлгөргән. Уларҙан һуң иҙәндәргә линолеум йәйәһе генә ҡала – фатирҙар хужаларын ҡаршыларға әҙер була.
Йортто йүнәтеү барышы менән танышып йөрөгәндә бында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Ғилмиев тә килеп етте. Бар эш өсөн төп яуаплылыҡ уға йөкмәтелгән.
– Төҙөүселәр оҙайтылған график буйынса эшләй. Һәр көн уртаса йөҙләгән кеше, тиҫтәгә яҡын махсус техника йәлеп ителә, – тине Салауат Нәзир улы, төҙәтеү-төҙөкләндереү барышына ҡыҫҡаса байҡау яһап. – Республика башлығы ҡуйған бурыстарҙың билдәләнгән ваҡытҡа үтәлеренә шик юҡ. Әлбиттә, барыһына ла тулы баһаны фатирҙарына ҡайтыуҙы түҙемһеҙлек менән көткән хужалар бирәсәк. Әлегә беҙҙең төп маҡсат – көтөлмәгән һынауҙарға дусар булғандарҙың торлағында йәшәү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу.
Кисен район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов үткәргән кәңәшмәлә көн дауамында башҡарылғанға төплө байҡау яһалып, иртәгәгә бурыстар аныҡланды, төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан ойошмалар етәкселәре күтәргән ҡайһы бер мәсьәләләр хәл ителде, өҫтәлмә ҡарауҙы талап иткәндәре буйынса ла саралар билдәләнде.
Сит ҡайғыны барыһы ла үҙ иткәнҒөмүмән, ҡаза эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөүгә йүнәлтелгән эш Яңауылда әүҙем ойошторолған. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәнде тормошҡа ашырып, был эштәргә йәлеп ителгәндерҙең барыһы ла уртаҡ маҡсатҡа ынтыла.

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов:
– Республика, ҡала һәм район етәкселәре, Башҡортостандың бар халҡы фажиғәгә битараф ҡалманы. Беҙгә теләктәшлек һәм булышлыҡ күрһәткәндәре өсөн барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ. Тәүге сәғәттәрҙән үк һәләкәттә зыян күреүселәр тейешле медицина ярҙамын алды, был йәһәттән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эше баһалап бөткөһөҙ. Фатирҙарын ваҡытлыса ҡалдырырға мәжбүр булғандарға тейешле йәшәү һәм көнкүреш шарттары тыуҙырылды, мохтаждар өсөн кейем-һалым, йорт кәрәк-ярағы йыйыу ойошторолдо.
Ҡазаға тарығандарға һәм матди зыян күргәндәргә республика һәм район бюджеттарынан матди ярҙам күрһәтелде, махсус асылған иҫәпкә һәр төрлө сығанаҡтарҙан аҡса килеүен дауам итә, әлегә алынған 9,2 миллион һумдың 5 миллионын “Урал” хәйриә фонды күсерҙе. Йыйылған сумманың нисек тотонолоуы даими контролдә.
Шартлау һәм янғын зарар килтергән фатирҙарҙың тиҙ арала сафҡа инәсәгенә бер шик тә юҡ. Был мөһим эштә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡуйылған бурыстарҙың мөһимлеген яҡшы аңлай.
Дөйөм алғанда, иңебеҙгә көтмәгәндә төшкән һынауҙы лайыҡлы үтербеҙ тип уйлайым. Киләсәктә бындай бәлә-ҡаза бер кемгә лә янамаһын ине.


Ансар Нуретдинов,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.


Вернуться назад