Фәнле ерҙә ғәм бар11.02.2014
Илебеҙҙә Ҡышҡы Олимпиада башланған көндө Президент Рөстәм Хәмитов республика ғалимдары менән осрашып, уларҙы һөнәри байрамы — Рәсәй фәне көнө — менән ҡотланы.

— Тормош кимәленең яҡшырыуында, төрлө яҡлап үҫештә һеҙҙең өлөш баһалап бөткөһөҙ. Ҙур спорт та фәнһеҙ йәшәй, алға китә алмай, — тип башланы сығышын төбәк башлығы. — Ғилми йәмғиәт алдында торған мәсьәләләрҙең республика Хөкүмәте, Президент Хакимиәте кимәлендә йыш тикшерелә башлауы — фәнгә иғтибар артыуына дәлил. Күптән түгел уҙғарылған бер ултырышта ғилми тикшеренеү эштәрен финанслау һәм башҡа йәһәттән киңерәк хеҙмәттәшлек итергә килешелде. Ошо уҡ сараның ҡарарына ярашлы, тиҙҙән республика Президенты ҡарамағында фән буйынса совет булдырыласаҡ: был — үҫеш мәнфәғәтендәге мөһим аҙым.
Рөстәм Зәки улы иҡтисадтың төп нигеҙен нефть эшкәртеү, нефть химияһы тәшкил итеүен һәм был йүнәлештәр буйынса яңы асыштар, предприятиелар кәрәклеген билдәләне. Шул уҡ ваҡытта Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең авиация двигателдәре яһау буйынса Рәсәйҙә алда барыуы хаҡында әйтелде. Мәҫәлән, былтырғы һөҙөмтәләргә күҙ һалғанда, предприятиеның сәнәғәт етештереү күләме 30 миллиард һумдан ашыу булған.
Республикала агрегат етештереүселәргә лә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән “Гидравлика” заводының, Приборҙар эшләү, Агрегат берекмәләренең эшмәкәрлеген йәнләндереү, “НС-21” самолетын яһау программаһына инеү маҡсаттары ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта әле беҙҙә һауа судноларын файҙаланыу, техник йәһәттән хеҙмәтләндереү буйынса ҙур үҙәктәр булдырыла.
Республика Президенты ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡтарға ла фәнни үҫеш, заманса технологиялар, алымдар талап ителеүен әйтте, Рәсәй Фәндәр академияһының структураһын үҙгәртеүгә ҡарашын белдерҙе, уҡыу йорттарынан, ғилми учреждениеларҙан һөҙөмтәле хеҙмәт көтөлөүен билдәләне.
Артабан йәш ғалимдарҙан һәм коллективтарҙан торған бер төркөм Президент ҡулынан Хөкүмәт гранттары алды.


Вернуться назад