Ҡыштың сатлама һыуыҡ көндәрен оҙаҡ көтөп алдыҡ, әммә улар ҙа бик тиҙ биҙҙерҙе, күңел йылы йәй миҙгелен һағына башланы. Уйҙарымды һиҙемләгәндәй, әхирәтем баш ҡалалағы лимонарийҙа банандар үҫеүе хаҡында әйтте. «Барып күр, үҙеңде тропик илдәрҙә булып ҡайтҡандай хис итерһең», – тине. Эште оҙаҡҡа һуҙып торманыҡ, Өфө урман хужалығы техникумының уҡыу-тәжрибә бүлегенә юлландыҡ.
Бинаға килеп ингәс тә үҙеңде Африка илдәренең береһенә сәйәхәткә сыҡҡандай хис итәһең. Урамда һыуыҡ битте семетһә, бында 25 градус йылы. Хатта тын алыуы еңеләйеп киткәндәй тойола, танауҙы төрлө хуш еҫтәр иркәләй. Бер гектар ерҙә 500-ҙән ашыу үҫемлек үҫә икән! Ана бер ағаста памело ғорур ғына эленеп тора. Тиҙҙән ҡәһүә емештәрен йыйып аласаҡтар. Мандарин иһә сәскәгә күмелгән. Гранат ҡыш ял итә икән, уның әлегә япраҡтары ғына сыға башлаған. Күптән түгел мушмулланың тәмле емештәренә һөйөнһәләр, фейхоа сәскә атҡан ғына әле. Ә лимондарҙың күплегенә хайран ҡалырһың. Былтыр унан 20 тонна уңыш йыйып алынған.
Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған банандар ҡайҙа? Уларҙы ерҙән эҙләһәк, беҙгә өҫтән «йылмайып ҡарайҙар» икән! Баҡтиһәң, бөтәһе лә тиерлек яратып ашаған был тәмлекәстәр донъялағы иң ҙур үҫемлек тип һанала. Әммә уларҙың да бәләкәй генә һәм, киреһенсә, оҙон «буйлылары» бар икән. Лимонарийҙа «бәләкәстәре»нең йәшел емештәре эленеп тора ине. Бер сәскәлектә яҡынса 80 банан үҫһә, уларҙың өлгөргәнен дүрт ай буйы көтөргә кәрәк.
– Уларҙы нимә эшләтәһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ егерме йылдан ашыу ғүмерен лимонарийҙың үҫешенә арнаған шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең маҡтаулы урмансылыҡ хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Фәриҙә Садиҡованан.
– Ситтән килтерелгәндәрҙе үҙебеҙҙә үҫкәндәре менән сағыштырып ҡарайбыҙ. Уларҙың емештәрен анализлайбыҙ. Лимонарийға килгән балалар өсөн дә бик ҡыҙыҡ улар, – тине.
Уңған етәксенең һүҙҙәрен баш ҡаланың 58-се лицейынан экскурсияға килгән ҡыҙҙар менән малайҙар ҙа хупланы. Уларҙың ҡайһы берҙәре бында хатта бер нисә тапҡыр булған.
Емештәренә һөйөнөп үҫкән банандан алыҫ түгел «гигант» сортлыһы бойоғоп ултыра. «Ярҙам итегеҙ, миңә айырым бейек теплица, «өй» кәрәк», – тип ялбарған кеүек тойолдо ул. Баҡтиһәң, бинаның тәпәш булыуы арҡаһында был банандың өҫкө өлөшөн киҫкәндәр. Ошондай уҡ яҙмышҡа пальма ла дусар булған. Бындағы үҫемлек-ағастар өсөн һыу үткәргестән килгән һыу ярамай, уны электр насосы менән ер аҫтындағы резервуарға төшөргәндән һуң ғына ағастарға, үҫемлектәргә һибәләр икән. Әммә йәшеллек донъяһы был проблемаларға иғтибар итмәй, гөрләп йәшәй. Килегеҙ, күрегеҙ бындағы ғәжәйеп матурлыҡты! 2010 йылдың эҫе йәйендә хатта Америкалағы телеканалдарҙың береһе лә: «Рәсәйҙә хәҙер шул тиклем йылы көндәр, хатта банандар үҫә башлаған», – тип Өфө лимонарийын күрһәткән икән.