Евразиясылыҡ һәм этностар яҙмышы08.02.2014
ХIV быуат башында, Алтын Урҙаның иң көслө хандарының береһе Үзбәк хан дәүерендә, Ислам дәүләт дине итеп индерелгәндән һуң да, Урыҫ православие сиркәүенә мөнәсәбәт үҙгәрмәгәнлеге хаҡында әйткәйнек инде. Л. Гумилев, Мәскәү Рәсәйе тарихының мәжүси Сыңғыҙхандың христианлыҡҡа мөнәсәбәтенән килгән тәжрибәгә бәйле булғанын күрһәтеп, унда православие сиркәүенең дә ҙур роль уйнағанын билдәләй. Һуңғыһының Исламдың Алтын Урҙала дәүләт дине итеп танылғандан һуң да абруйын һаҡлап ҡала алыуы — быға дәлил. Рәсәйҙәге бөгөнгө конфессия-ара мөнәсәбәттәр шунан башланған, тип раҫлау ҙа артыҡ булмаҫтыр. Ә был тәжрибә, алда һүҙ булған Юрматы ырыуы шәжәрәһенән белеүебеҙсә, ХIV быуат уртаһында Мәскәү Рәсәйенең Ислам диненә мөнәсәбәтендә асыҡ сағылыш таба. Шулай итеп, Исламдың үҙ ваҡытында христианлыҡҡа ыңғай мөнәсәбәте башҡорт ырыуҙары Рәсәй дәүләте составына ингәндә үҙ емешен бирә. Башҡорттар шул арҡала үҙ динендә тороу, йолаларын тотоу иркендә ҡала. Аҙаҡ килеп, 225 йыл элек башҡорт ерендә тотош Рәсәй мосолмандары өсөн үҙәк хеҙмәтен үтәгән Диниә назаратының ойошторолоуы ла — шуның һөҙөмтәһелер.
Ошо тарихи ваҡиғаға арналған йыйылышта Президент Владимир Путин, Исламды илдең мәҙәни кодының сағыу элементы тип баһалау менән бергә, уның алдына Рәсәй дәүләтен нығытыу юлында Урыҫ православие сиркәүе менән партнерҙарса мөнәсәбәтте нығытыу кәрәклеген тәүге урынға ҡуйҙы. Шуның менән ул динебеҙҙең ил тормошонда тотҡан урынын тағы ла бер баҫҡысҡа күтәргәндәй итте, Ислам менән Православие сиркәүе араһындағы күп быуатлыҡ конфессия-ара мөнәсәбәттең яңы сифат алғанын билдәләгәндәй булды. Күп милләтле Рәсәйгә үҙ-ара татыулыҡ нигеҙендә хасил булған рухи берҙәмлек хас, тине В. Путин. Ул Исламдың Ватанына һәр саҡ тоғро булыуын, уға ихлас хеҙмәт итеүен күренекле дин әһеле, мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлевтең һүҙҙәре менән дәлилләне. "Мосолмандар Пәйғәмбәребеҙҙең "Тыуған илгә һөйөү — динеңдең бер киҫәге" тигән һүҙҙәрен онотмай", — тигән мөфтөй хәҙрәт. Быны ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мосолман дин әһелдәренең Өфөлә уҙғарылған съезында әйткән. Мосолмандарҙың ошо дини бойороҡҡа ла, Ватанына ла һәр ваҡыт тоғро булыуын, уларҙың илебеҙҙең башҡа халыҡтары менән бергә немец фашизмын тар-мар итеүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы Рәсәй Президенты.
В. Путин, Ислам һәм Рәсәй тарихының тығыҙ бәйлелеген билдәләп, ҡайһы бер сәйәси көстәрҙең Исламды, атап әйткәндә, уның радикаль ағымын файҙаланып, дәүләтте көсһөҙләндереү маҡсатында төрлө этник төркөм араһында мосолман общиналарының үҙ эсендә ҡаршылыҡ тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйып эш итеүенә иғтибарҙы йүнәлтте. Шунан сығып, Рәсәй Президенты, традицион Исламдың дөйөм Рәсәй беришлегенең (идентичность) мөһим рухи компоненты булараҡ ыңғай образын булдырыуға туҡталып, уның мосолман йәштәрен тәрбиәләүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйәлеген күрһәтте. Был тотош ил өсөн мөһим.
Рәсәй Исламының үҙенең күп быуатлыҡ тәжрибәһенә һәм бай дини мираҫҡа таянып, үҙ һүҙен әйтергә барлыҡ мөмкинлектәре бар, ти В. Путин. Шунан сығып, ул илдең дини майҙанының суверенлығына өлгәшеү өсөн уның үҙ Ислам дини мәктәбен (әлбиттә, был төшөнсә киң мәғәнәһендә алына. — З.Н.) яңынан тыуҙырыу бурысын ҡуя. Был мәктәп тәғлимәтенең дини кешеләргә аңлайышлы һәм абруйлы һүҙ булыуы мөһим. Ул шул уҡ ваҡытта дин әһелдәренең Рәсәйҙә, тотош донъяла барған көнүҙәк ваҡиғаларға ваҡытында үҙ ҡарашын белдереп, уларҙы әхлаҡи күҙлектән изгелек менән яуызлыҡҡа айырып, үҙ баһаһын биреү мөмкинлеген тыуҙырыр ине. Был сит ил авторҙарының дини һәм популяр баҫмаларын урыҫ теленә тәржемә итеү ихтыяжына ла бәйле. Шулай уҡ мосолман динен өйрәтеүҙә иң киң ҡулланылған текстарҙы урыҫсаға әйләндереү өсөн дә кәрәк. Ошо һәм башҡа саралар Рәсәй Ислам берекмәләренә экстремистик характерҙағы баҫмаларҙың таралыуына юл ҡуймауға булышлыҡ итер ине, тип күрһәтте В. Путин. Был йәһәттән евразиясылыҡтың һәр этностың, диндең үҙаллылығын яҡлауы менән Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстарға ауаздаш икәнлеге аңлашыла, әлбиттә.
Ошо күҙлектән Евразия концепцияһының төп шарты булған этностарға, конфессияларға төбәп әйтелгән "Үҙ-үҙеңде танып бел", "Үҙең булып ҡал" тигән девиз тағы ла көслөрәк яңғырай. Әлбиттә, этник сығышыңды белмәй, танымай тороп, үҙең булып ҡалыу мөмкин түгелдер. Ә һәр этностың хәҙергеһе, үткәне, юрматылар шәжәрәһендә әйтелгәнсә, тотҡан дине, тормош ҡағиҙәһе бар. Евразиясылыҡ идеяһы уларҙың һәр береһе алдына үҙе булып ҡалыу өсөн тарихын белеү бурысын ҡуя ла. Теләгән бер этностың киләсәге өсөн мөһим булған бындай шарт үҙенең эске энергияһы менән Европаны берҙән-бер мәҙәниәт үҙәге итеп таныуҙы һәм танытыуҙы алға һөргән "Евроүҙәк" психологияһына ҡаршы тороуға, уның йоғонтоһонан һаҡланыуға йүнәлтелгән, Евразия концепцияһы иһә бындай үҙәктәрҙең күплеген — һәр этностың үҙенеке барлығын — раҫлауға нигеҙләнгән.
Евразиясылыҡ идеяһы В. Путиндың Рәсәй Президентын һайлау алды көндәрендә донъя күргән "Рәсәй: милли мәсьәлә" исемле мәҡәләһендә, "Валдай" клубы ултырышында һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына арналған йыйылыштағы сығышында, атап телгә алынмаһа ла, асыҡ сағылыш тапты. Анығыраҡ итеп әйткәндә, ул тағы ла аныҡландырыла төштө.
Өфөлә Ислам диненә бирелгән юғары баһала, уның ил мәҙәниәтенең сағыу элементы тип аталыуында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының үҙендә ойошторолоуына сәбәпсе булған Башҡортостан мосолмандарының да, һис шикһеҙ, үҙ өлөшө бар. Башҡорт еренең дә, тип өҫтәп китеү ҙә артыҡ булмаҫтыр, сөнки республикабыҙ Президенты бер интервьюһында: "Башҡортостан ул башҡорт ере тигәнде аңлата", — тип өҙөп кенә әйтеп ҡуйғайны. Уның шулай уҡ икенсе бер тапҡыр: "Беҙ, евразиясылар, сығышыбыҙ менән башҡорттар, мосолмандар", — тип белдереүе лә В. Путиндың Ислам диненә биргән баһаһына ауаздаш.
Рәсәй Президентының Евразия иҡтисади договоры тураһындағы һөйләшеүҙәрҙең башында тороуы уның Ислам диненә ҡарашының ҡиммәтен бермә-бер арттыра. Быны уҙған быуаттың 20-се йылдарында Евразия-Рәсәй (СССР) этногеографик картаһын хасил иткән этностарҙың үҙаллылығы, именлеге, киләсәге өсөн ныҡлы гарант сифатында ҡабул итеү хаҡ булыр. Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостандың бөгөнгөһөн өс аспектта күҙаллауы ла шуға ҡайтып ҡала, тип уйларға кәрәктер. Һис һүҙһеҙ, Башҡортостан, йәғни күп милләтле һәм күп конфессиялы башҡорт ере — ундағы йәшәгән һәр этностың үҙен үҙе танып белеүе һәм үҙе булып ҡалыуы менән евразиясылыҡтың сағыу өлгөһө. Шул уҡ ваҡытта ошо ергә исем биргән башҡорттар ҙа этник сығышына тоғро хәлдә үҙаллы этнос булып ҡала. Өҫтәүенә Х быуат башында Бағдадтан Иҙел буйы Болғар дәүләтенә килгән делегация секретары Ибн Фаҙландың мосолман башҡорт менән осрашҡан дәүерҙән башҡорттарҙың Ислам динен үҙ итеүе билдәле.
Юғарыла әйтелгәнсә фекер йөрөткәндә, евразиясылыҡ — күп милләтле һәм конфессиялы Рәсәй өсөн тарихтың үҙе тарафынан хәл ителгән ижтимағи-сәйәси һәм рухи-мәҙәни күренеш. Көнсығыш менән Көнбайышты, Азия менән Европаны тоташтырып торған Рәсәйҙең сик һыҙығында ятҡан Башҡортостан да — шул тарихтың юйылмаҫлыҡ бер бите. Ул — илдең бүтән төбәктәренә ҡарағанда Евразиясылыҡ идеяһының күпкә нығыраҡ ғәмәлдә булыуын тапҡан боронғо ер.
Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы.


Вернуться назад