Һуңғы йылдарҙа “Салауат Юлаев” хоккей командаһы ғына түгел, “Салауат Юлаев” тип нарыҡланған бойҙай ҙа киң танылыу яуланы. Былтыр Башҡорт дәүләт аграр университетының юғары сортлы бойҙай барлыҡҡа килтергән бер төркөм ғалимдары республиканың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Ул ғына түгел, “Салауат Юлаев” менән “Ватан” сорттары Рәсәйҙең селекция ҡаҙаныштары дәүләт реестрына индерелде.
Үткән көҙ төбәк игенселәренә генә түгел, ә юғары уҡыу йорто ғалим-уҡытыусылары өсөн дә уңышлы булды. Мәҫәлән, Мәскәү һәм Өфө ҡалаларында ойошторолған агросәнәғәт күргәҙмәләрендә улар ете ғилми хеҙмәте өсөн алтын, көмөш, бронза миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде.
Ғалимдар эштәрен нәшер итеп, ҡаҙаныштары менән дә ихлас бүлешәләр. Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары ғилми хеҙмәттәренән өҙөмтә килтереү буйынса 59 аграр уҡыу йорто араһында дүртенсе урынды биләй.
Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән уҡыу йортона федераль инновация майҙансығы статусы ла бирелде.
Бында һәр кем фән менән шөғөлләнә ала. Шуға ла йәш ғалимдар советы, студенттарҙың ғилми йәмғиәте уңышлы эшләп килә. Ҙур ныҡышмалылыҡ менән эҙләнеүҙәр алып барыуҙарының һөҙөмтәһе күҙ алдында. Былтыр, мәҫәлән, йәш ғалимдарҙың һәм ғилми учреждениеларҙың республика конкурсында “Экология”, “Биология фәне”, “Социаль-иҡтисади проекттар” номинацияларында еңделәр, шулай уҡ өс грант яулап оло ҡыуаныс кисерҙеләр. Ә 15 эш республика инновация проекттарының берҙәм каталогына индерелде. Бынан тыш, университеттың йәш ғалимдары Рәсәй гуманитар ғилми фондының грантын яуланы.