Технопарк ойошторола08.02.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов автомобиль кәрәк-ярағы етештереү предприятиелары етәкселәре — Төркиәнең “ИПС Отомотив” компанияһы башлығы Гюркан Донат һәм “АвтоВАЗагрегат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Алексей Козлов менән осрашты.

Сарала Бәләбәйҙәге “БелЗАН” заводы нигеҙендә берлектәге яңы производство ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә. Алексей Козлов Президентҡа алға китештең күҙәтелеүе хаҡында белдерҙе. “АвтоВАЗагрегат” йәмғиәте етәксеһе әйтеүенсә, “ИПС Отомотив” компанияһы менән яңы ҡорамалдар һатып алыу һәм уларҙы “БелЗАН” биләмәһендә урынлаштырыу тураһында килешеүгә өлгәшелде. Ошо рәүешле республикабыҙҙа автомобиль кластеры, автомобиль технопаркы ойоштороу башланғысы тормошҡа ашырыла.
— Беҙ Бәләбәйҙә ҙур предприятие төҙөргә тейешбеҙ. Ошо йәһәттән ярҙам күрһәтер өсөн бөтә мөмкинлекте файҙаланасаҡбыҙ, — тине Башҡортостан Президенты.


Вернуться назад