Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Комсомольская правда” нәшриәт йортоноң баш мөхәррире Владимир Сунгоркин менән осрашты һәм Өфө журналистарының һорауҙарына яуап бирҙе.
Һөйләшеү тормоштоң бөтә яҡтарына ла ҡағылды. Өфөлә 2015 йылда үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарының халыҡ өсөн файҙаһы тураһындағы һорауға Рөстәм Зәки улы былай тине:
— Ҡалабыҙ күркәмләнәсәк. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры биналары яңырасаҡ, Ағиҙел йылғаһы яры төҙөкләнәсәк. Аэропортта яңы халыҡ-ара терминал асыласаҡ. Ул заманса итеп эшләнә, әлеге кеүек ҡыѕынҡылыҡ бөтәсәк. Беренсе һәм икенсе осоу һыҙаттары ремонтланасаҡ. Ғөмүмән, беҙҙең аэропорт илдәге төбәк авиакомплекстарының иң яҡшыһына әйләнәсәк.
Президент белдереүенсә, үҙгәрештәр бының менән генә сикләнмәй. Урамдар, торлаҡ йорттар төҙөкләндереләсәк, Салауат Юлаев һәйкәле майҙаны, Телеүҙәк тирәһе яңырасаҡ.
Транспорт тармағына бәйле һорауға яуап итеп Рөстәм Зәки улы был мәсьәлә менән ныҡлы шөғөлләнеүҙәрен, насар юлдар проблемаһын хәл итеү өѕтөндә эшләүҙәрен әйтте. Шулай уҡ юғары тиҙлекле трамвай проекты ла тикшерелеүен белдерҙе.
Бынан тыш, Рөстәм Хәмитовҡа торлаҡ хаҡтары, төҙөлөш, Яңауылдағы газ баллоны шартлау, Олимпиадаға бағлаған өмөттәре, тау саңғыһы спортын үѕтереү юлдары, президент һайлауҙарына ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Журналистар шулай уҡ уның ниндәй китап, гәзиттәр уҡыуы, ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙе нисек үткәреүе, ғаиләлә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре менән дә ҡыҙыҡһынды.