Республикала ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү нисек ойошторолған? Фермерҙарҙың мәнфәғәте тейешенсә ҡайғыртыламы? Алынған продукцияны һатыу мәсьәләһе нисек хәл ителә? Башҡортостандың Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр союзы йыйынында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, алға бурыстар билдәләнеләр.
Фермерҙарҙан тыш, район хакимиәте етәкселәре урынбаҫарҙары, урындарҙағы Крәҫтиән хужалығы ассоциацияһы рәйестәре, мәғлүмәт-белешмә үҙәктәре директорҙары, ғалимдар, шулай уҡ кредит ойошмалары вәкилдәре килгән сарала республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Төбәк башлығы тәүҙә ауыл эшсәндәре ойошторған күргәҙмә менән танышты, унан съезда сығыш яһаны.
— Ауыл хужалығы йәмғиәттең төп нигеҙен билдәләй, — тине Рөстәм Зәки улы. — Крәҫтиәндәребеҙҙең уңышына һәр саҡ ҡыуанам, ярҙам итергә тырышам. Уларҙың эше күп осраҡта юғары баһаланмайҙыр ҙа, әммә бик кәрәкле һәм файҙалы. Крәҫтиәндәрһеҙ йәшәү, алға барыу мөмкин түгел.
Президент республика фермерҙарының әүҙемлеген, эшенә битараф булмауын, ныҡышмалылығын билдәләне. Былтырғы етештереү күрһәткестәре 2012 йылдыҡына ҡарағанда күпкә яҡшы. Ҡаҙанышҡа айырыуса бәләкәй эшҡыуарлыҡ тос өлөш индерә. Был, әлбиттә, ауыл эшсәндәре башланғысының дәүләт тарафынан ҡеүәтләнеүе, фермерлыҡ хәрәкәтенең йылдам үҫеүе, дөйөм алғанда, урындарҙа йүнселлеккә ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләй.
Күрһәткестәргә килгәндә, былтыр дөйөм төбәк тулайым продукцияһында фермерҙарҙың өлөшө һигеҙ процент тәшкил иткән. Үҫемлекселек тармағынан айырыуса ҙур уңыш алынған. Шул уҡ ваҡытта төбәктә етештерелгән көнбағыштың дүрттән бер өлөшө самаһы, шәкәр сөгөлдөрөнөң 14 проценты — крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының уңышы. Рөстәм Хәмитов был ҡаҙанышты юғары баһаланы.
Съезда билдәләнеүенсә, Башҡортостанда икенсе йыл инде яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеү, ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә булышлыҡ ҡылыу йәһәтенән программалар тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә 200-ҙән ашыу фермер 1,5 — 10 миллион һумлыҡ грант алған.
Йүнселдәргә шөғөлөн киңәйтеү мөмкинлеге йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, улар, йолаға ингән йүнәлештәрҙән тыш, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетә, йыл дауамында сәскә, бәшмәк үҫтерә ала. Баҡсасылыҡ айырым иғтибар талап итә, бының өсөн төбәктә йәшелсә-емеш эшкәртеү буйынса цехтар асыу, башҡа төрлө шарттар булдырыу мөһим.
Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы продукцияһын һатыу йәһәтенән республикала дөйөм күмәртә-таратыу үҙәге кәрәклеге билдәләнде. Был барыһы өсөн дә әһәмиәтле буласаҡ: фермерҙарға аҙыҡ-түлеген бер урынға ғына тапшырыу, башҡаларға уны арзаныраҡ хаҡҡа алыу мөмкинлеге асыла. Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, әле был үҙәкте булдырыу өсөн инвестор эҙләү эше бара.
“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” тигән яңы проект та баҙарҙа үҙебеҙҙең тауарҙы арттырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Президент фермерҙарҙы был башланғыста ла әүҙем ҡатнашырға әйҙәне.
— Барыһы ла урындарҙа тормошто яҡшыртыуға йүнәлтелгән — ауылдарҙы һаҡлау эшен дауам итәбеҙ. Халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе күп осраҡта фермерҙарҙан тора. Күмәк көс менән генә алға барырға мөмкин. Ә бының өсөн бөгөн барыһы ла бар: мөмкинлектәр ҙә, техника ла, ер ҙә, — тип билдәләне республика башлығы.