Бөгөн күптәр үҫмер йәшкә етер-етмәҫтән ҡалаға китеү яғын ҡарай. Ғәйепте балаға ғына ауҙарып булмай, ҡайһы бер ата-әсә, сабыйым яҡшы уҡыһын, урыҫ телен өйрәнһен, тип үҙе ебәрә.
Һүҙ ҙә юҡ, бәлки, шулайҙыр, сөнки ҡалала ауылдағы кеүек эшкә суммайһың. Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Кескәй саҡтан уҡ ситкә китеү тыуған ерҙән ситләштерә, төрлө алама ҡылыҡтарға өйрәтә. Ә баланың насар ғәҙәтен ваҡытында күрә белеү мотлаҡ.
Әйтер һүҙем шул: балаларҙы тиҙерәк ҡырға оҙатырға ынтылмайыҡ, ауылда урта белем алһындар, ҡалғанын үҙҙәре хәл итер.
Мин үҙем ауылды яҡын күрҙем. Пенсияға сыҡҡансы механизатор булып эшләнем. Комбайнда берәүгә лә ал бирмәнем, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булдым.
Беҙҙе туйындырыусы ауылдар бөтмәһен ине.
Закуан ҒИЛМАНОВ.
Дәүләкән районы,
Мәкәш ауылы.