Гәзит-журналдарҙы дуҫы, серҙәше иткән шәп уҡыусылар бер ҡасан да кәм-хур булмай. Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рәфис Ҡыҙрасов – шундай шәп егеттәрҙең береһе.
Тап шуға ла “Кем зирәгерәк?” тигән викторинаға иң дөрөҫ яуап беренселәрҙән булып унан килде.
– Спорт менән ҡыҙыҡһынам, шуға ла һорауҙар әллә ни ауыр булманы, – ти егет.
Рәфис VII класта “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Уҡытыусылары үҙен маҡтап бөтә алмай.
– Класта – староста, бик әүҙем егет. Һәр сараны ул башлап йөрөй, – тиҙәр. Үҙе лә спорт ярата, милли көрәш секцияһында шөғөлләнә, хатта былтыр республикала үткән ярышта өсөнсө урынды яулаған. Йәнә саңғыла, хоккейҙа шыуырға ярата. Ҡыҫҡаһы, шәп егет ул Рәфис!