Тарихҡа күркәм ваҡиға булып уйылһын07.02.2014
Тарихҡа күркәм ваҡиға булып уйылһын
— Илебеҙҙә ҙур сара — Олимриада — башлана.
Бындай ярыштарға ниндәй ҡараштаһығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Лилиә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

Межгорье ҡалаһы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Олимпиада — ул спорт, тимәк, ярыш, көрәш, рух ныҡлығы, тән һәм йән сәләмәтлеге. Ә был төшөнсәләргә Исламда ҙур урын бирелгән. “Иманлы, ҡеүәтле әҙәм балаһы көсһөҙгә ҡарағанда хәйерлерәк”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Исламда фарыз һаналған изге ғәмәлдәрҙең — намаҙ уҡыуҙың, хажға барыуҙың — нигеҙендә лә хәрәкәт ята. Уларҙың икенсеһендә, әйтәйек, әҙәм балаһы ил гиҙә, донъя күрә, физик һәм рухи йәһәттән яңырып, көс-ғәйрәт алып ҡайта. “Хәрәкәттә — бәрәкәт” тигән әйтем юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.
Хәҙистәрҙең береһендә яҙылыуынса, бер саҡ Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәти Ғәйшә менән йүгереп ярыша. Тәүге урауҙа ҡатын беренсе килһә, икенсеһендә — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Был еңеүем — алдағы еңелеүемдең өлөшө” тигәнерәк фекер әйтә Пәйғәмбәребеҙ. Йәғни, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, үрге баҫҡысты яулау өсөн көндәлек хеҙмәт, тырышлыҡ күрһәтеү генә түгел, башҡаларға ихтирам, хөрмәт менән ҡарау ҙа мөһим. Ошондай һыҙаттарың, шулай уҡ ваҡытында еңелеүеңде лайыҡлы үткәрә белеүең һине бер саҡ юғарыға күтәрер.
Ислам дине балаларҙы йөҙөргә, уҡ атырға, һыбай йөрөргә өйрәтергә ҡуша. Был спорт төрҙәре тән сәләмәтлегенә генә түгел, аң-зиһен үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. Мосолман, мәҫәлән, ҡайҙа ғына барып сыҡмаһын, үҙе торған урынды билдәләй белергә тейеш. Ташта үҫкән мүккә, ағастың ботаҡтарының үҫешенә һәм башҡаға ҡарап йүнәлеш алырға өйрәнһә, аҙашмаясаҡ. Дөйөм алғанда, ошондай һәр төрлө осраҡта спорттың, шул уҡ ваҡытта диндең әһәмиәте ифрат ҙур. Бөтөн донъяға билдәле Кассиус Клейҙы иҫкә алып үтәйек. Ул, Исламды ҡабул итеп, Мөхәммәт Али исемен алғандан һуң атаҡлы бокссы булып танылды. Ошо миҫалда ғына ла динебеҙҙең ниндәй ҙур ҡеүәткә эйәлеге асыҡ сағыла.
Ғөмүмән, һәр иманлы бәндә хәрәкәттә булырға, дөйөм спорт хәрәкәтенә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Ошо уңайҙан, иншаллаһ, Олимпиадала ҡатнашҡан спортсыларға уңыш насип итһен, сара ғәҙел, тыныслыҡта, берҙәмлектә уҙһын, илебеҙҙең тарихына күркәм ваҡиға булып уйылһын. Һөҙөмтәлә һәр кемдең хәрәкәттең тән һәм йән сәләмәтлеге алып килеүенә ышанысы артһын — ил именлегенең төп нигеҙе тап шунда. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад