Ихтыяж ҙур. Яңынан баҫылмаҫмы?07.02.2014
Ихтыяж ҙур. Яңынан баҫылмаҫмы?
Йылдың тәүге аҙнаһында уҡ яңы "Башҡортса дини календарь" китабын уҡып сығырға насип булды. Уны Сәләхетдин Суҡбаев, Ғәлиә Ғәлимова, Фирҙәүсә Бикташева, Әлфиә Илекәева төҙөгән. Халыҡ мәнфәғәтендә изге эш башҡарғандары өсөн рәхмәт уларға!

Календарҙа Ислам тәғлимәте, мосолман байрамдары, Ай менән Ҡояшҡа бәйле астрономик мәғлүмәт, намаҙ уҡыу ваҡыты, шифалы үләндәр хаҡында яҙмалар, "Ҡөрьән" аяттары, хәҙистәр урын алған. Ғөмүмән, тәрбиә мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгән. "Мал-мөлкәттең ҡоло булма", "Изгелеккә яуызлыҡ ҡылма", "Күркәм холоҡ йәнде таҙарта", "Сабыр итә белеү, баҫалҡылыҡ, күндәмлек, ғәҙеллек — әҙәм балаһының иң яҡшы сифаттары" һәм башҡа бихисап аҡыл һәр кемдең күңеленә барып етер, уйландырыр, дөрөҫ йәшәргә өйрәтер. Китап авторҙарының әҙәпле, мәрхәмәтле, изгелекле, хәстәрлекле, тәртипле кеүек һүҙҙәрҙе йыш ҡулланыуы ла отошло булған.
Ғөмүмән, һутлы тел менән яҙылған календарҙы бер тынала уҡып сыҡтым. Ундағы һәр фекерҙе үҙ тормошом менән сағыштырҙым, уйландым, фәһем алдым, тәртибемә баһа бирҙем.
Әммә шуныһы борсоуға һалды: китаптың тиражы туғыҙ мең генә дана. Халыҡ иманға күпләп ҡайта, яңынан-яңы мәсеттәр асыла, тимәк, дини календарға ихтыяж да йылдан-йыл арта бара. Шуны иҫәпкә алып, календарҙы тағы ла баҫтырырға кәрәк тип иҫәпләйем.
Ш. РӘШИТОВ, хеҙмәт һәм тыл ветераны.


Вернуться назад