2014 йылдың башынан халыҡты социаль яҡлау идаралығы һәм хеҙмәтләндереү учреждениелары вәкилдәре өр-яңы Этика һәм хеҙмәт тәртибе кодексына ярашлы эшләйәсәк.
Бына ул яңы эш принциптарының бер нисәһе: социаль ғәҙеллекте күҙәтергә һәм ресурстарҙы тигеҙ бүлергә, беренсе сиратта бәлиғ булмағандарға, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтергә; граждандарға һәм вазифалы етәкселәргә мөрәжәғәт иткәндә иғтибарлы булырға; төрлө милләттәге граждандарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын хөрмәт итергә; социаль хеҙмәт клиенттарының кешелек дәрәжәһен яҡларға, уларҙың мәнфәғәттәрен һәм ихтыяжын иҫәпкә алырға; клиент тураһындағы мәғлүмәтте һаҡларға, уның таралмауын тәьмин итеү өсөн сара күрергә.
Тимәк, тупаҫ, дорфа хеҙмәткәрҙәргә халыҡты социаль яҡлау учреждениеларында урын булмаясаҡ. Бында үтенес менән килеүселәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршылаясаҡтарына, түҙемлек һәм иғтибар менән тыңлаясаҡтарына ышаныс артты.