Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә эскелек ныҡ таралды, шуға күрә айнытҡыстарҙы бөтөрөү, минеңсә, ҙур хата.
Киреһенсә, эскеселәргә ҡаршы көрәште көсәйтергә кәрәк, бигерәк тә ҡала ерендә. Йәмәғәт урындарында, киоск һәм вокзалдарҙа һыра һатыуҙы бөтөнләй тыйыу зарур. Алкоголле эсемлектәрҙең хаҡын арттырмаҫҡа, ләкин һыра, араҡы һатыуҙы ныҡлы күҙәтеүгә алырға һәм сикләргә кәрәк, тип һанайым. Насар ғәҙәткә өйрәнеү сәбәпле, йәштәр холоҡһоҙланды, бәйһеҙләнде: хатта урамда эсәләр, транспортта хулиганлыҡ күрһәтәләр, һуғыш сығаралар.
Социаль өлкәлә күптән тәртип урынлаштырырға ваҡыт, сөнки бында ғәҙелһеҙлек бик күп. Мәҫәлән, мин утын һатып алыу өсөн субсидия юллау маҡсатында район хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау бүлегенә ғариза, документтар тапшырғайным. Ләкин һаман да, хәҙер өсөнсө ай китте, шул аҡсаны банктан алып булмай. Бер ниндәй яуап та, аңлатыу ҙа юҡ.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәйәсәтен хуплайым. Ул республикала ғәҙеллекте, тәртип һәм законлылыҡты булдырырға тырыша. Коррупцияға һәм әшнәлеккә ҡаршы көрәште көсәйтә башланы. Республикала демократия урынлаштырыу, һүҙ азатлығын, билдәлелекте, күп партиялылыҡты үҫтереү, кешеләр өсөн эшләү — республика башлығы алып барған сәйәсәттең төп һыҙаттары. Әммә, үкенескә ҡаршы, уға ҡамасауларға тырышыусылар бар. Быны Рөстәм Хәмитов үҙе лә билдәләй.
Республикала коррупцияның сәскә атыуы ҡыҙғаныс, әлбиттә. Шул арҡала байҙар байыны, ә беҙ, ябай кешеләр, киреһенсә, бөлдөк. Беләм, республикала тәртип һәм социаль ғәҙеллек урынлаштырыу еңел булмаясаҡ.
Донъяла хәҙер нефткә хаҡтар юғары. Әммә ябай халыҡ бынан бер нәмә лә отмай, сөнки “ҡара алтын”ға хаҡ артҡас, яғыулыҡҡа, газға, сәнәғәт тауарҙарына, аҙыҡ-түлеккә лә күтәрелә. Шулай булғас, ниңә нефткә хаҡты ныҡ күтәрәләр икән? Минеңсә, уның 1 барреле өсөн 30 долларҙан артмаҫҡа тейеш. Шул саҡта Көнбайыш илдәре өсөн дә, Рәсәй өсөн дә уңайлы буласаҡ. Донъяла нефткә хаҡты төшөрөү юлдары бар, тип уйлайым. Бының өсөн нефткә бай Яҡын Көнсығыш дәүләттәре һәм Европа, Азия, Америка илдәре килешеү төҙөп, барыһын да ҡәнәғәтләндерерлек сәйәсәт алып барырға тейеш.
Ғ. ҒӨБӘЙҘУЛЛИН.
Баймаҡ районы,
Йомаш ауылы.