Яҡын кешегеҙ, туғанығыҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡаты сирләп, кеше хәстәренә мохтажлыҡ кисерһә, йә иһә үҙегеҙ эштән бушай алмаһағыҙ, Күмертау ҡалаһындағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Яңыраҡ бында түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса бүлексә асылды. Ауырыуҙарға квалификациялы тәрбиә, медицина процедуралары ҡаралған. Улар бөтә уңайлыҡтары булған бер-ике урынлыҡ бүлмәләрҙә йәшәйәсәк, көнөнә дүрт тапҡыр туҡланыу, төрлө хеҙмәттәр ойошторола. Әгәр ҙә төплөрәк мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ, түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: Күмертау ҡалаһы, Маячный ауылы, Ленин урамы, 22. Телефон: (34761) 2-65-93.