«Өлкәндәрҙең халыҡ университеты» республика программаһын камиллаштырыу маҡсатында уны файҙаланған ветерандарҙан ҡыҙыҡлы һорау алыу үткәрелгән.
Унда 2473 кеше ҡатнашһа, 84 процентын ҡатын-ҡыҙ тәшкил иткән. Респонденттарҙың 43 проценты – 55 – 60, 36 проценты – 60 – 65, 12 проценты – 65 – 70, 7 проценты 70 – 75 йәшлектәр булған. 75 йәштән олораҡтар ҙа бар (2 процент).
Өлкәндәрҙең өстән бер өлөшө республика программаһының эшләүе тураһында гәзиттән уҡып белгән. Тағы ла шул хәтлеме халыҡты социаль яҡлау органдары аша ишеткән, ә дүрттән бер өлөшө таныш-тоношо, дуҫ-ише аша хәбәрҙар булған. Мәғлүмәттең өлкәндәргә барып етеүендә телевидениеның да өлөшө ҙур (19%). Респонденттарҙың бик аҙы ғына был хаҡта мәғлүмәт стендтары, интернет аша ишетеп белгән.
Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың күпселеге (64%) компьютер серҙәренә өйрәнеүҙе хуп күргән. Икенсе урында – шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәрен өйрәнеү. Был исемлекте инглиз телен үҙләштереү, ғаилә психологияһы нигеҙҙәре менән танышыу дәрестәре дауам итә.
Өлкәндәрҙең 90 проценты һаман да белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә теләй. Халыҡ университеттары хеҙмәтен ыңғай баһалаһалар ҙа, камиллыҡтың сиге булмауын иҫәпкә алып, бындай курстарҙы оҙайтыуҙы, түләү терминалдары менән эш итеү буйынса махсус уҡыуҙар ойоштороуҙы һорайҙар.
«Ниндәй яңы дисциплиналар индерелеүен теләр инегеҙ?» тигән һорау ҙа күптәрҙе битараф ҡалдырмаған, өлкәндәрҙең яртыһы бассейнда йөҙөргә теләй. Өстән бер өлөшө, «Һаулыҡ һәм медицина белеме» дәресенә йөрөр инек, ти. Ә 20 проценты бейергә өйрәнергә теләй! Тыуған яҡ тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа, бәйләү, тегеү һөнәрен үҙләштерергә теләүселәр ҙә етерлек. Ҡарттар араһында ғәрәп һәм төрөк телдәрен өйрәнеү буйынса тәҡдимдәр ҙә әйтелгән. Сәскә үҫтереү, ландшафт дизайны ла өлкәндәрҙе бик ҡыҙыҡһындыра икән. Ҡыҫҡаһы, программаны оло быуын хуплай. Улар уҡырға, яңы үрҙәр яуларға әҙер.