Бынан 70 йыл элек совет ғәскәрҙәре 900 көнгә яҡын ҡамауҙа йәшәгән Ленинград ҡалаһын азат итте. Рәсәй өлөшөнә төшкән иң ҡурҡыныс, фажиғәле мәлдәрҙең береһе булып иҫтә ҡалды ул. Йөҙ меңләгән ҡорбан, ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар килтергән блокаданы бөгөнгөләй хәтерләгән кешеләр ҙә бар Башҡортостанда.
Шуларҙың ун өсө Өфө ҡалаһының Киров районында йәшәй. Күбеһе — инвалид, йөрөй алмағандары ла етерлек. Ошо иҫтәлекле көндө блокада ауырлығын үҙ иңендә татыған өлкәндәрҙе хөрмәтләү сараһы ойошторолдо, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Фотохәбәрсебеҙ төшөргән һүрәттә ошо бәхетле ветерандарҙың бер нисәүһен күрәһегеҙ: Мария Ковтунова, Галина Москалева һәм Әнисә Әбдрәшитова.