Ҡолғона ауылында йәшәүсе Зәйтүнә Хөснөтдинованың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Аслыҡты һәм яланғаслыҡты үҙ иңендә татыған быуын вәкиле ул. Уның хеҙмәт юлы 13 йәшендә башлана.
“Шәһүрә апайҙың ике өйө була торғайны. Шуларҙың береһендә мин Рәйфә исемле һеңлем, әхирәтем Мәҙинә үҙ һеңлеһе менән ике станда ярышып ҡап һуҡтыҡ”, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Зәйтүнә апай. Үҫмерҙәр ай һайын 250-300 тирәһе ҡап һуғып келәткә тапшырған.
– Йәйен йүкә ағасын ҡырҡып, һыуға һала инек. Ә ҡышын шуларҙан ҡап һуғырға тотонабыҙ. Ир-ат ағас эше менән шөғөлләнә. Улар, ҡышын утарҙа ятып, ағас ҡырҡты. Ут юҡ, шәм яҡтыһында бүрәнәләрҙе яҙып, һал ағыҙыу өсөн бер урынға тауҙай итеп өйөп ҡуялар. Унда беҙҙең дә ҡатнашҡаныбыҙ булды. Күршем Сәлмән, Мәҙинә, Маһира, Ишмырҙалар менән һал ағыҙыуыбыҙ хәтерҙә. Апрелдә боҙ урынынан ҡуҙғалып аға башлағас, бүрәнәләрҙе күҫәк менән тәгәрәтергә тотонабыҙ. Йылға ажғырып ята, шомло, ҡурҡыныс. Еҙем буйлап Толпар, Һаралы, Ерекле, Аҡташ ауылдарына тиклем ағыҙабыҙ. Халыҡ беҙгә ҡул болғап ҡала. Уларға ҡыҙыҡ булғандыр, күрәһең. Бүрәнәләр тығылып ятһа, һал ағыҙыуы үтә ҡурҡыныс. Тығылған бүрәнәләрҙе айырған саҡта, улар араһында ҡыҫылып, Сәлмән үлеп ҡалды. Уны Аҡташ ауылында ерләнек. Эшебеҙ үтә ауыр һәм хәүефле ине. Баш тартһаҡ, төрмәгә ябабыҙ, тип ҡурҡыттылар. Ҡасып ҡайтҡан саҡта арттан һыбай ҡыуып тоталар. Уйлап ҡараһаң, ауылда башҡа эш тә булмаған шул, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ағинәй.
Рәшит ағай менән Зәйтүнә апай 1952 йылда уртаҡ тормош ҡора. Матур йәшәне улар. Дүрт ҡыҙ, ике ул үҫтерҙеләр. Гөләйзә исемле ҡыҙы хәҙер үҙе хаҡлы ялда. Миңзәлә менән Рәзилә Себер тарафтарында йәшәй. Балалары ишле, донъялары матур. Үҙгәртеп ҡороу осоронда ауылда магазиндар ябылды. Зәйтүнә апай кесе ҡыҙы Элизаға, магазин асып ебәрегеҙ, тип кәңәш иткән. 80 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ишембайға аҙыҡ-түлек, тауар артынан йөрөп булмай бит инде. Етмәһә, көнөнә әйләнеп ҡайтырлыҡ түгел. Әсәһенең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, Элиза һәм уның тормош иптәше Рәмил Ҡолғонала беренселәрҙән булып магазин асып ебәрҙе. Халыҡ һораған тауарҙы ваҡытында алып ҡайтып торалар. Ҡолғона халҡы уларға рәхмәт уҡый. Зәйтүнә апай балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй. Бөтә ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған изге йөрәкле әсә кеше өсөн ошонан да ҙур бәхет юҡ.
Миңнур ҒҮМӘРОВА.
Ишембай районы.