Мин — хеҙмәт ветераны, милләтем — татар. Атай-олатайҙарым ҡасандыр Башҡортостанға килеп төпләнгән. Бының өсөн ҡыуанып бөтә алмайым, ғәжәп матур ул беҙҙең республикабыҙ. Халҡыбыҙ ҙа үҙенең ихласлығы менән башҡа төбәктәрҙәгенән айырылып тора. Мин Башҡортостанды яратам, уның һәр һулышын тойоп йәшәйем. Шуға быйыл да “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып ҡуйҙым.
Тормош гелән шатлыҡтарҙан, ҡояшлы көндәрҙән тормай. Ҡыуаныс, бәхет менән бәлә-ҡаза ла йәнәш йөрөй. Ҡайһы саҡта әҙәм балаһы япа-яңғыҙ тороп ҡала, хатта туғандар, дуҫ-иштәр йөҙ борған саҡтар була. Шундай саҡта кем ярҙамға килә? Әлбиттә, гәзит! Сөнки ул рухты күтәрә, көс өҫтәй.
Шәфҡәт РӨСТӘМОВ.
Өфө ҡалаһы.