Башҡортостан Республикаһының тәүге Юғары Советы Рәйесе, беренсе Президенты, Рәсәйҙең Федерация Советы һәм Дәүләт Советы ағзаһы булған, хеҙмәте I һәм II дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн", Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, "Почет Билдәһе" ордендары, башҡа бик күп орден һәм миҙал менән баһаланған Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бөгөн 80 йәш тула.
...Уҙған быуаттың тәүге яртыһы. Ул осор баҙар иҡтисады тарихына "яңыртыуҙың совет варианты" төшөнсәһе менән инеп ҡаласаҡ. Ысынлап та, Совет Рәсәйендә халыҡ хужалығын индустриаль нигеҙгә ҡороу буйынса ҙур аҙымдар яһалған дәүер шауҡымы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы егете Мортаза Рәхимовҡа ла ҡағыла. Шулай булмаһа, ул баш ҡаланан 300 саҡрымлап ситтә ятҡан ерҙән килеп, Өфө нефть техникумына уҡырға инмәҫ, ә тиҫтерҙәре кеүек колхозда эшкә ҡалыр ине.
Нефтсе һөнәре ул йылдарҙа бик абруйлы һаналғандыр, сөнки Ишембайҙа "ҡара алтын" ятҡылыҡтары тап шул мәлдәрҙә асыла бит. Техникум тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын 1956 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Һөнәрен тәрәнерәк үҙләштереү теләге йәш оператор Рәхимовты аҙаҡ Өфө нефть институтының киске бүлегенә уҡырға алып килә.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, ти башҡорт халҡы. Ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство бүлеге начальнигы урынбаҫары, баш инженер урынбаҫары, баш химик, баш инженер — былар Мортаза Рәхимовтың хеҙмәт биографияһындағы тулы булмаған исемлек. Етәкселеккә партия комитеттары аша килеү тәртибе көслө булған ул йылдарҙа КПСС органында бер көн дә эшләмәгән, хужалыҡ итеү мәктәбенән ары китмәгән кисәге крәҫтиән улының ҡеүәтле завод директоры итеп тәғәйенләнеүе үҙе үк ҙур яңылыҡ булып күренгәндер.
Атанан күргән — уҡ юнған. Атаһы Ғөбәйҙулла Зөфәр улы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң колхоз рәйесе булып эшләһә, Мортаза уны күпкә уҙҙырып, дүрт миллионлы республика башлығы дәрәжәһенә саҡлы күтәрелә. Юғары Совет Рәйесе вазифаһында эшләгән йылдарҙы ла ҡушҡанда, ул Башҡортостан Республикаһы кеүек ауыр йөктө 18 йыл тартты.
Мортаза Рәхимовтың шәхесенә ғәҙел баһаны үҙ эсенә ике тиҫтә йылды һыйҙырған ваҡыт сиктәрендә биреү урынлы булыр ине. Ул дәүерҙе ябай, тотороҡло һәм ҡәҙимге тип атарға һис кенә лә тел әйләнмәй. Үҙгәртеп ҡороуға ялғанған баҙар иҡтисады, ғәмәлдә Рәсәйҙә капиталистик мөнәсәбәттәрҙең ҡырағай формала тергеҙелеүе шарттарында күп милләтле халыҡ көн иткән Башҡортостанда милли ерлектә бер генә низағтың да ҡупмауын республикабыҙҙың тәүге Президенты эшмәкәрлегенән айырып ҡарарға тырышыу ғәҙел һәм объектив түгел. Киң ҡоласлылыҡ йәһәтенән инҡилапҡа торошло дәүерҙә "Башҡортостан" карабының капитаны һынауҙы уңышлы тотто, һынманы, ҡойолоп та төшмәне.
Мортаза Рәхимовҡа — 80 йәш. Эйе, ғүмер, аҡҡан һыу кеүек, үтә лә китә, ләкин кеше ҡалдырған эҙҙәр барыбер юйылмай.