СИФАТЫ МӨҺИМЕРӘК07.02.2014
Президент Рөстәм Хәмитов Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәргән осорҙа файҙаланыласаҡ мәҙәниәт учреждениеларын һәм башҡа объекттарҙы реконструкциялау, төҙөү барышын тикшерҙе.

Конгресс-холда республика етәксеһе ике яҡлы осрашыуҙар өсөн бүлмәләр, күргәҙмә майҙансыҡтары, делегациялар штабы, ҡабул итеү залы, конференциялар үткәреүгә тәғәйенләнгән универсаль трансформер майҙансыҡ урынлашҡан ике ҡатты ҡарап сыҡты.
Артабан ул Ағиҙел ярындағы “КЕСКО-Хилтон” ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшөнә юлланды. Әле объектта төп эш тамамланған, эске инженерлыҡ системалары үткәрелә. Графикка ярашлы, яңы комплекс киләһе йылдың беренсе кварталында асылырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының яңы корпусында булды. Бында биш ҡатлы бина һалына. Унда фонд һаҡлағыс, күргәҙмә залдары, китапхана һәм музей хакимиәте урын аласаҡ. Төҙөүселәр эште быйыл йәй тамамларға иҫәп тота.
— Объектты тиҙ арала сафҡа индереү үҙмаҡсат түгел. Иң мөһиме — төҙөлөштөң бөтә этаптарында юғары сифатты һаҡлап ҡалыу, — тине Рөстәм Хәмитов, подрядсыға мөрәжәғәт итеп.
Артабан республика Президенты капиталь реконструкция барған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында булды. Әле бында сәхнәне тәрәнәйтеү менән мәшғүлдәр. Тамаша залындағы һәм сәхнәләге механик ҡорамалдар тулыһынса алмаштырыла. Гардеробта, ҙур һәм бәләкәй фойела төҙөкләндереү бара.
Өфө буйлап эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов “Каруанһарай” сауҙа үҙәге эргәһендәге төҙөлөш майҙансығын да ҡараны. Бында 200 номерға иҫәпләнгән “Холидей Инн” ҡунаҡханаһы һалына. Яңы комплекс киләһе йылдың февралендә асыласаҡ.
“Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ла реконструкция киң ҡолас алған. Әле бында инженерлыҡ селтәрҙәре алмаштырылған, тиҙҙән интерьер яңыртыласаҡ, конференциялар, тамашалар үткәреү өсөн заманса ҡорамалдар ҡуйыласаҡ.
Сәфәр аҙағында республика башлығы Ағиҙел ярының автомобиль күперенән тимер юл күперенә тиклемге участкаһын ҡарап сыҡты. Киләһе ике йылда бында ла күләмле реконструкция үткәреләсәк.

* * *
Ошо уҡ көндә Рәстәм Хәмитов Өфөләге “Мираҫ” художество галереяһының яңы залында асылған “Сыңғыҙхан” ижади төркөмө күргәҙмәһендә булды.
Экспозицияға Вәсил Ханнанов, Рафаэль Моратшин, Рәсих Әхмәтвәлиев, Наил Латфуллин кеүек билдәле рәссамдарҙың һәм башҡа сәнғәт оҫталарының 30-ҙан ашыу эше ҡуйылған. Республика Президенты, эштәрҙе ҡарап сыҡҡас, уларҙың авторҙары менән аралашты.
— Был — ошо йүнәлештәге тәүге аҙым. Киләсәктә башҡа заманса күргәҙмә залдары ла, фонд һаҡлағыстар ҙа барлыҡҡа килер, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад