Хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалайбыҙ07.02.2014
“Урал” хәйриә фонды рәйесе М. Ғ. Рәхимовҡа

Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙ лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үттегеҙ. Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып хеҙмәт биографияһын башлап, ҙур тырышлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш һөҙөмтәһендә ошо предприятиеның директоры дәрәжәһенә еттегеҙ. Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе, унан һуң Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты вазифаларында лидерлыҡ сифаттарығыҙ айырыуса асыҡ күренде.
Ҡатмарлы һынылыш йылдарында байтаҡ социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса Башҡортостандың алдынғы төбәктәр иҫәбендә тотҡан урынын һаҡлап ҡалыу, федераль үҙәк менән конструктив мөнәсәбәттәр булдырыу, республикала милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыу өсөн бихисап эштәр башҡарҙығыҙ. Күп йыллыҡ дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегегеҙ менән Башҡортостанда һәм башҡа тарафтарҙа хөрмәт ҡаҙандығыҙ. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ байтаҡ награда һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә индергән тос өлөшөгөҙҙө беҙ юғары баһалайбыҙ.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныс һәм имен тормош, эшегеҙҙә уңыштар теләйем!


Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад