Донъя көтөлмәгән хәлдәр менән тулы. Ирем менән 20 йылдан ашыу дуҫ-татыу ғына аңлашып йәшәнек. Арала шикләнеү, көнләшеү ҙә булманы.
Ләкин бер заман ул өйҙәге проблемаларға иғтибар итмәй башланы, эштән һуңға ҡалып ҡайтты. Үҙе беҙгә бер нимә лә әйтмәй. Бер ваҡыт өйҙән китеп юғалды. Мин, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ҡайғы-хәсрәткә баттым. Тамағыма төйөр тығылды, ашау үтмәй. Иртән торһам, теге төйөр ҙурая ла мин уҡшый башлайым. Бик ныҡ ябыҡтым. Ирҙең ташлап китеүе — бер хәл, хәҙер үҙем кибеп бөтә барам. Табиптарға мөрәжәғәт иткәс, тикшерә башланылар, ләкин сир тапманылар. Хәлһеҙләндем, эшкә лә бара алмаҫ булдым.
Был ауыр хәлдәргә ете ай тулғас, инде үләм тигәндә, “Башҡортостан” гәзите аша имсе Альбина Ишбулатова тураһында ишеттем. Ул беҙгә сеанстар үткәрҙе. Иремде лә саҡырҙы. Минең дә хәлем һәйбәтләнде. Хәҙер инде беҙ элекке кеүек татыу ғына йәшәйбеҙ.
Донъяла бына ошондай хәлдәр ҙә була икән. Ярай әле Хоҙай беҙҙе Альбина Ишбулатова менән осраштырҙы. Юғиһә ғаиләбеҙ тарҡалып, балалар атайһыҙ ҡалғайны. Шундай изге йәнле, сихәтле ҡуллы кешеләр тураһында күберәк яҙығыҙ. Һеҙ күптәргә ярҙам итәһегеҙ. Альбина һылыуым, һинең алдыңда ергә ҡәҙәр баш эйәбеҙ, оҙон ғүмерле, сәләмәт бул. Һиңә гел бәхет ҡояшы йылмайһын!
Венера.
Өфө ҡалаһы.