Яңыраҡ йәш ижадсы Азамат Мәһәҙиевтең Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Минең машиналарым" исемле китабы донъя күрҙе.
Кескәйҙәр һәм мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән үҙенсәлекле баҫмала авторҙың шиғырҙары урыҫ һәм башҡорт телендә бирелгән. Был Азаматтың тәүге китабы түгел. Ул хәреф таный башлағандан бирле шиғырҙар яҙа, әле мәктәптә уҡығанда уҡ тәүге китабын ҡулына алып һөйөнгәйне. Уның балаларға тәғәйенләнгән шиғри юлдары аңлайышлы һәм еңел тел менән яҙылғанға күрә хәтерҙә ҡала:
Бәләкәй булғас, "Ока"ға
Күп кәрәкмәй яғыулыҡ,
Урамда ул машинаны
Әллә ҡайҙан танырлыҡ.
("Ока").
"Волга" тигәс, йылға тиеп
Уйлап ҡуймағыҙ тағы,
Был машина оҙонлоҡта
Уға оҡшаш ни бары.
("Волга").
Кескәйҙән кем генә машиналар хаҡында хыялланмай икән?! Шуға күрә зауыҡлы итеп биҙәлгән был баҫма балалар өсөн һәйбәт бүләк булыр.