79 йәшендә билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфәндиәров арабыҙҙан китеп барҙы.
Әнүәр Закир улы 1934 йылдың 15 майында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Башҡортостанға әйләнеп ҡайта һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында тарихтан уҡыта башлай. Аҙаҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1974 йылдан ғалим тормошон Башҡорт дәүләт университеты менән бәйләй.
Беҙ Әнүәр Әсфәндиәровты башҡорт ауылдары һәм ҡалалары тарихын өйрәнеүсе булараҡ беләбеҙ. Ул башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, кантон идара итеү системаһы үҙенсәлектәре, башҡорттарҙың ғаилә-никах институты менән ҡыҙыҡһына һәм өйрәнә. Беҙҙең гәзитте лә тарихи-публицистик мәҡәләләре менән даими байытып торҙо. Бынан тыш, ғалим – 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, егерменән артыҡ китап һәм монография авторы. Был – Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Һамар, Силәбе ҡалалары архивтарында күп йыллыҡ тикшеренеү хеҙмәте емеше. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, вуз студенттары өсөн уҡыу әсбаптары, «Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы»ның авторҙашы ла ул.
Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, арҙаҡлы ғалим Әнүәр Закир улы тураһында йылы хәтирәләр беҙҙең күңелдә оҙаҡ һаҡланыр.
“Башҡортостан”дар.