Әсәйем Рәйфә менән атайым Фахразый Насретдиновтарҙың бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәтенә һоҡланып туя алмайым.
Улар 54 йыл инде татыу ғүмер кисерә. Беҙҙе, биш баланы, аяҡҡа баҫтырып, белем, һөнәр алырға ярҙам иттеләр. Хәҙер һигеҙ ейәнсәре, өс бүләсәре бар уларҙың.
Ҡәҙерлеләрем күптән инде хаҡлы ялда. Шулай булһа ла ҡул ҡаушырып ултырыуҙы белмәй улар. Йәйен күп итеп йәшелсә-емеш үҫтерәләр, гөлдәре, ағастары, шау емешкә төрөнөп, тирә-йүнгә йәм-ҡот биреп тора.
Әйткәндәй, атайым менән әсәйем ғүмер буйы “Башҡортостан” гәзитен яратып уҡый. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем.
Зәлиә НАСРЕТДИНОВА.
Ғафури районы,
Ерек ауылы.