Үлемһеҙлек һәйкәлен үҙе ҡойҙо05.02.2014
Үлемһеҙлек һәйкәлен үҙе ҡойҙо
Күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплап, ҡаһарманлыҡ күрһәткән Александр Матросов өлгөһөндә әллә нисәмә быуын тәрбиәләнде. Бөйөк Ватан һуғышында уның кеүек батырлыҡ ҡылған совет яугирҙәренең һаны 400-ҙән ашып китә. Араларында яҡташыбыҙ Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин да бар, ул был тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡты 1944 йылдың 8 мартында ҡабатлаған.

А. Матросов Псков өлкәһенең Великие Луки ҡалаһынан 170 километр төньяҡтараҡ урынлашҡан Чернушки ауылын азат иткәндә күрһәтә кешелек хәтерендә мәңге ҡалыр батырлыҡты. Ике тиҫтәнән ашыу йортло был ауыл Витебск — Ленинград юлына сығыуҙы ҡаплап торғандай була. Шуға ла гитлерсылар уны мөһим нығыныу пунктына әүерелдерә, инеү юлдарын тимер сымдар менән уратып ала, яланға миналар ҡуйып сыға, көнсығыш өлөшөндә өс дзот урынлаштыра.
1943 йылдың 27 февралендә капитан Афанасьевтың батальоны дошман оборонаһы һыҙығын атакаға тота. Совет яугирҙәре ауылға тиклем килеп етә, әммә пулеметтарҙан яуған ут уларҙы туҡтата. Бигерәк тә үҙәктәгеһе ҡурҡыныс була, уң һәм һулдағыһының өнөн тыҡһалар ҙа, урталағыһы үлем сәсеүен дауам итә. Шул саҡ ҡарға бөтөнләй тиерлек һеңеп, шыуышып Александр Матросов дзотҡа яҡынлаша. Фашистар, уны шәйләп, ут аса, әммә яугир маҡсатына нисек тә өлгәшергә тырыша. Утлы нөктәгә бер нисә метр ҡалғас, ҡапыл ҡалҡына һәм, бер-бер артлы ике граната ырғытып, амбразураға төбәп автоматтан ут аса. Пулемет ут яуҙырыуҙан туҡтағас, яугирҙәр алға ынтыла, әммә дошман яңынан совет һалдаттарын ергә һеңергә мәжбүр итә. Шул саҡ Матросов дзотҡа ташлана һәм күкрәге менән амбразураны ҡаплай. Пулеметтың туҡтап ҡалыуынан файҙаланып, һалдаттар ауылға бәреп инә.
Александр Матросовҡа ошо батырлығы өсөн 1943 йылдың 9 июнендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Уның ҡыйыулығы ҡаһарманлыҡ һәм хәрби батырлыҡ, үлемһеҙлек һәм Тыуған илгә һөйөү өлгөһө булып ҡала.
Легендар герой Псков өлкәһенең Великие Луки ҡалаһында ерләнгән. 254-се гвардия мотоуҡсылар полкына Матросов исеме бирелгән. Үҙе мәңгелеккә ошо частың 1-се ротаһы исемлегенә индерелгән. Һәләк булған урынында мемориаль комплекс урынлашҡан. Батырға һәйкәл сит илдә, илебеҙҙең күп кенә ҡалаларында, шул иҫәптән Башҡортостандың бер нисә ҡалаһында ла ҡуйылған.
Рәсми сығанаҡтар буйынса, Александр Матросов Днепропетровскиҙа 1924 йылдың 5 февралендә тыуған, Иваново һәм Ульяновск өлкәһенең Мәләкәс балалар йортонда, Өфө балалар хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнгән.
Икенсе фараз буйынса Матросовтың ысын исем-шәрифе — Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов. Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантонына ҡараған Ҡунаҡбай ауылында (хәҙерге Учалы районы) тыуған тип иҫәпләнә. Журналист Рәүеф Насиров ныҡышмалы эҙләнеүҙәр алып барғандан һуң ошондай асыш яһаны. Ул Матросовтың Учалы районында 1924 йылдың 5 февралендә тыуған Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуын бөртөкләп туплаған ышандырғыс дәлилдәренә нигеҙләнеп иҫбатлай. Үҫмер 1933 йылғы аслыҡта тыуған ауылынан киткән. Ҡалған мәғлүмәттәр Александр Матросовтың беҙгә билдәле биографияһы менән тап килә.


Вернуться назад