Әкиәт илендә05.02.2014
Әкиәт илендә
Фәнил Бикбулатов – ауылда ғына түгел, тирә-яҡта балта оҫтаһы булараҡ дан алған кеше. Быға тиклем ауылдаштарын өйөн һырлап-семәрләп, балалар майҙансыҡтары эшләп һоҡландыра ине, быйыл иһә әкиәт геройҙарын һынландырып аптыратты.

Яңы йылда бөтәбеҙ ҙә, айырыуса бала саҡта, әкиәт көтәбеҙ, мөғжизәгә ышанабыҙ. Санъяп ауылында йәшәгән Фәнил ағай Бикбулатов үҙенең ҡыҙҙарына, ейәнсәренә генә түгел, бөтәһенә – олоһона ла, кесеһенә лә Яңы йылға әкиәт бүләк иткән – ҡарҙан төрлө персонаждар эшләгән. Улар йәшәгән урамға барып инеү менән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҡаршы ала. Шунда уҡ Яңы йылдың хужаһы – мөһабәт ат (биш-алты кеше иркен ултырырлыҡ) һәм арыҫлан урын алған. Ә ишек алдына үтһәң, ҡойма буйында крокодил ята. Төптәрәк – ташбаҡа менән ҡуян, ә өй эргәһендә ҡупшыҡай тейен ултыра.
Әкиәт илендәБикбулат ауылында иһә Илшат Ғөбәйевтең йорт алдында күстәнәс тулы тоғон аҫҡан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ғына түгел, йыл хужаһы Аҡбуҙатты ла, мисәүле мышыны ла, ҡышҡыһын үҙ өңөндә табанын имеп йоҡларға яратҡан урман хужаһы айыуҙы ла, хатта бөйөк Пушкин әҫәренән сәтләүек ярып ултырған тейенде лә осратырға була. Оҫта ир-уҙаман бөтә күңелен һалып һынландырған әкиәт персонаждарын төҫлө буяуҙар ярҙамында биҙәп тә тә ебәргән.
Әкиәт илендәАуылды йәмләп, байрам кәйефе өҫтәп тора ул ҡар һындар. Ғөбәйевтәрҙең йорт алды тотош балаларҙың уйын майҙансығына әүерелде. Теләһәләр, айыу менән “дуҫлашалар”, теләһәләр, Аҡбуҙатҡа атланып “еләләр”, теләһәләр, мисәүле мышы санаһына ултырып әкиәт илендә “сәйәхәт итәләр”. Китапханасыбыҙ уҡыусы балаларҙы экскурсияға ла шунда алып бара, оҫтаның эше менән таныштыра, бәләкәстәр өсөн төрлө уйындар, ярыштар үткәрә.
Көн дә балаларҙың шау-гөр килеп уйнағанын күреп, беҙ ҙә ҡыуанабыҙ.
Әкиәт илендә


Вернуться назад