Һуңғы ваҡытта мегаполистарҙа тығындарҙың барлыҡҡа килеүе хаҡында күп ишетергә тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренеш бәләкәй ҡалалар өсөн дә ят түгел. Хәйер, тик тығындар ғына икенсерәк йүнәлештә. Күп ҡатлы йорттар ихатаһында кискә табан машиналарҙы йырып, үҙ подъезыңа керермен тимә.
Хатта ҡайһы бер “текә”ләре ихата янындағы урынды, әйтерһең дә, һатып алған! Ниндәйҙер дүрткел махсус ҡоролма эшләп, уны йоҙаҡлап та ҡуйған. Йәнәһе, был ергә машина ҡуйырға ярамай. Был – уның шәхси урыны. Ә инде машинаһын ҡуйһа, был махсус ҡоролма ергә һалына, йәғни машинаның аҫтында ҡала.
Ошондай “матур күренеш”тәр һуңғы ваҡытта Сибай урамдарында ла йыш осрай башланы. Күптән түгел ауылдан килгән бер ағай, яңылышмы, әллә белмәйме, билдә ҡуйылған ергә машинаһын ҡалдырып, туғанының фатирына инә. Аҙаҡ сыҡһа, ни күрә: машинаһы үҙ урынынан күскән. Хатта киҫәтеү яҙылған ҡағыҙ ҡыҫтырырға ла онотмаған “текә” машина хужаһы. Ә ул йорттан сабыйын коляскаға һалып әсә сыҡһа, йә булмаһа, инвалид коляскаһын этергә тура килһә?
Көслөнөкө — замана, тиһәк тә, барыбыҙҙың да хоҡуҡтарыбыҙ бер. Шуға күрә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн талап та берҙәй булырға тейештер. Әлегә беҙҙең илдә “текә”ләр өсөн айырым ҡағиҙәләр юҡ. Хәйер, ул урын да атаһынан мираҫҡа күсмәгән... Шулай булғас, ундай ҡоролмаларҙы ултыртырға рөхсәт биргән ҡанундар ҡабул ителмәгән икән, ни өсөн тейешле органдар, быны күрмәҫкә тырышып, күҙ йома әле? Бөгөн еңел автомашиналарҙы ҡуйыу өсөн урындарҙы биләп алһаҡ, иртәгә үҙ фатирыңдан сығыу өсөн тәҙрәңдән ырғырға тура килмәһен...