Батырҙар бүләкләнәсәк05.02.2014
Илдә «Ҡайнар йөрәк» Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт проекты башланғыс алды. Һүҙ батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткән 23 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр тураһында бара.

Рәсәйҙә батыр йөрәкле балалар бихисап. Улар йә батып барғандарҙы ҡотҡара, йә янғын ҡосағынан кешеләрҙе алып сыға. Әлбиттә, бындай аҙым иғтибар үҙәгендә, башҡаларға үрнәк булырға тейеш. Бынан тыш, ауыр тормош хәлен еңеп сыға алғандар, шул иҫәптән физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа, шулай уҡ йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары, айырым төркөмдәр бүләккә дәғүә итә ала.
Ҡаһармандарҙы асыҡлау 20 февралгә тиклем дауам итә. Акцияға 23 апрелдә йомғаҡ яһала. Шул уҡ көндә еңеүселәр бүләкләнәсәк. Әле «Ҡайнар йөрәк» тип аталасаҡ күкрәккә тағыла торған билдәнең эскизы эшләнә башлаған.
Акция йомғаҡтары буйынса батырҙарға арналған китап сығарыласаҡ. Шулай уҡ кеше ғүмерен ҡотҡарып һәләк булғандар иѕтәлегенә хәтер китабы баҫыу ҙа күҙаллана.
Әгәр уңышлы килеп сыҡһа, проект дауам ителәсәк.


Вернуться назад