Өфөлә ер аҫты юлдарын ҡуртымға алыусыларҙан баш тартырға ҡарар ителде. Бындай үҙгәреш “Спорт”, “Өфө” универмагы”, “Аграр университет” туҡталыштарына ҡағыла.
Ошондай уҡ талап Үҙәк баҙар эргәһендәге ике ер аҫты юлын ҡуртымға алыусыларға ла еткереләсәк. Төп сәбәп — ҡуртымға алыусыларҙың сауҙа урындарын субарендаға биреүе, ҡуртым договоры шарттарын үтәмәүе. Бынан тыш, хакимиәттең фекеренсә, был ойошмалар ер аҫты юлдарын тәртиптә тотмай. Тиҙҙән объекттарҙа төҙөкләндереү эшен башлау күҙаллана. ШОС һәм БРИКС саммиттарына тиклем ер аҫты юлдары күркәмләндерелергә тейеш.