Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, һалҡындар малсылыҡ тармағына зыян килтермәгән.
Был көндәрҙә һәр һыйырҙан уртаса 9,6 килограмм, йәғни былтырғы менән сағыштырғанда 200 грамға күберәк һөт һауып алынған. Иң юғары күрһәткес — Саҡмағош (14,9 кг) һәм Стәрлетамаҡ (14,8 кг) райондарында. Малдар ябылған биналарҙы ҡышҡа алдан әҙерләү, фермаларҙағы ҡорамалдарҙың төҙөклөгө, аҙыҡ менән тейешенсә тәьмин итеү арҡаһында унда һыуыҡҡа бирешмәгәндәр.