Йәнә бер йыл артта ҡалды. Үҙенсәлекле был осорҙа редакциябыҙ почтаһы ла һәлмәк кенә булды: гәзит уҡыусыларыбыҙҙан бөтәһе ике меңгә яҡын хат алдыҡ, уларҙың күпселеге баҫмабыҙҙа донъя күрҙе, бәғзеләре үҙ сиратын көтә.
“Башҡортостан” – халыҡ гәзите. Уҡыусыларыбыҙҙың теләктәренә, үтенестәренә ҡолаҡ һалып эш итеү матур йолаға әүерелгән. Шуға ла беҙгә килгән һәр хатты ҡыуанып ҡаршы алабыҙ. Йыл дауамында Сибайҙан тыуған яҡты өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов халҡыбыҙҙың тарихына ҡағылышлы мәҡәләләре менән сығыш яһаһа, билдәле әҙиптәр, ғалимдар, журналистар Рауил Бикбаев, Зиннур Нурғәлин, Зөһрә Ҡотлогилдина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Ғиниәт Ҡунафин, Ризван Хажиев, Рамаҙан Ҡотошов, Сәлимйән Ғүмәров, Ишмөхәмәт Шарапов, Лира Яҡшыбаева, Мөнир Иҡсанов, Рафаэль Аҙнағолов, Ләлә Бейешева, Сәнә Сабирйәнова телебеҙ, илебеҙ яҙмышына ҡағылған көнүҙәк публицистик яҙмалары менән гәзитебеҙҙе байытты.
Әбйәлилдән Иҙрис Ноғоманов, Йылайырҙан Фәрит Рәмов, Баймаҡтан Рәшит Үтәев, Гүзәл Иҫәнгилдина, Салауат Мөхәмәтшин, Ғафуриҙан Рәйсә Фәйзуллина, Флүрә Хәлилова, Ишембайҙан Вараҡа Ғәләүетдинова, Фәүзиә Аҡҡолова, Сибайҙан Азамат Тажетдинов, Иглиндән Илтүҙәр Харунов, Малаяҙҙан Зилә Буранғолова, Балтастан Аида Хәйретдинова, Бөрөнән Рияз Мәсәлимов, Белореттан Нурулла Миһранов ябай хеҙмәт кешеләренең эшмәкәрлеге тураһында яҙҙы, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ҡыйыу яҡтыртты.
Шуныһы ҡыуаныслы: “Башҡортостан” республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә ил, донъя буйлап һибелеп көн итеүсе милләттәштәребеҙҙе изге бер ҡорға туплаусы баҫмаға әүерелә бара. Эстониянан “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе Флүзә Хәйруллина, Татарстандың Саба районынан Рәхимә Вәлиуллина, Тверь ҡалаһынан Хәлил Көнәфин, Мәскәүҙән Финан Хөсәйенов, Һамарҙан Сәлимә Игенбәтова был төбәктәрҙә йәшәүсе абруйлы яҡташтарыбыҙ, уларҙың эшмәкәрлеге тураһындағы яҙмалары менән ҡыуандырҙы. Литва Республикаһынан Ғәлим Сиражетдинов: “Башҡортостан” гәзитенең электрон версияһын алдырабыҙ. Уның һәр битен йотлоғоп уҡыйбыҙ”, — тигән. Татарстандан Фәрзәнә Кинйәбаева: «Бокс буйынса донъя чемпионы, Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәүсе Силәбе башҡорто Хәбир Сөләймәнов тураһындағы мәҡәләне яратып уҡыным, сит тарафтарҙа ла милләтебеҙҙең мәртәбәһен күрһәтерҙәй шәхестәребеҙ булыуына ғорурландым», — тип яҙа. Башҡа тарафтарҙа йәшәүсе абруйлы милләттәштәребеҙ, уларҙы борсоған проблемалар хаҡында ла гәзиттә мәҡәләләр йыш баҫылды.
Булдыҡлы, тәүәккәл ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы күрһәтеү, башҡаларҙы уларҙың матур өлгөһөнә йәлеп итеү маҡсатында иғлан ителгән “Башҡорт эшҡыуарлығы” конкурсында гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашыуы менән һөйөндөрҙө.
Яңы йыл халҡыбыҙ өсөн тарихи ваҡиғаларға бай булмаҡсы. 1812 йылғы Ватан һуғышында төрлө халыҡтар менән башҡорттар ҙа ҡатнашып, еңеүгә ҙур өлөш индергән. Халҡыбыҙ күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған яуҙа, бәлки, һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ҙа ҡатнашып, ҡаһарманлыҡ күрһәткәндер. Тарихығыҙҙы өйрәнеп, шәжәрәгеҙҙе барлап, беҙгә ошо хаҡта яҙа алаһығыҙ.
Ғүмере буйы илем, телем тип янып йәшәгән атаҡлы шағирыбыҙ Рәми Ғариповҡа февралдә 80 йәш тулыр ине. Ошо уңайҙан республикабыҙҙа төрлө саралар уҙғарыласаҡ, шағирҙың яҡты рухы хөрмәтләп иҫкә алынасаҡ. Был изге эштән “Башҡортостан” гәзите лә ситтә ҡалмай, шағирҙың иҫтәлегенә “Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан – тыуған илкәйем” тип аталған конкурс иғлан итте. Унда теләгән һәр кем бер генә шиғыр менән ҡатнаша ала, тема сикләнмәй.
“Ҡәләмгир” конкурсы хаҡында ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бөтәбеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, көн ҡаҙағына һуҡҡан проблемаларҙы ҡыйыу яҡтыртыу, кешеләрҙең йәшәйешен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү ниәтенән ойошторолдо ул. Конкурс август айына ҡәҙәр дауам итәсәк. Тәрән йөкмәткеле публицистик яҙмалар көтәбеҙ һеҙҙән.
Йәнә бер конкурс хаҡында ла онотоп ҡуймағыҙ: былтыр июндә “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге менән берлектә гәзитебеҙ “Районымдың ете мөғжизәһе” конкурсын иғлан иткәйне. Бәйге июнь айына тиклем бара. Уның төп маҡсаты – республикабыҙҙың гүзәл тәбиғәтен һаҡлау, халыҡ ишетеп белгән урындарҙан тыш төбәктәге тәбиғәт мөйөштәрен асыу, ҡомартҡының халҡыбыҙ өсөн ни тиклем ҡиммәтле булыуын аңлатыу, йәнә лә уларҙы һаҡлау йәһәтенән үткәрелгән саралар хаҡында бәйән итеү.
Яңы йылда ла бергә булайыҡ, дуҫтар. Яратҡан гәзитебеҙҙе күмәк көс менән фәһемле, уҡымлы, бай йөкмәткеле итеп сығарайыҡ. Беҙгә хаттар яҙығыҙ!
Хаттар бүлеге.