Яңы фатирға күстеләр04.02.2014
Суд ҡарарына ярашлы, Өфө ҡалаһы хакимиәте авария хәлендәге йортта йәшәгән ғаиләләрҙе икенсе торлаҡҡа күсерҙе.

Башҡортостан Прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡаланың Свердлов урамындағы 82/9-сы йортта йәшәүселәр хоҡуҡтары боҙолоуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Был йорт 70 йыл элек төҙөлгән булған, комиссия һығымтаһына ярашлы, бик ныҡ иҫкергән.
— 2012 йылда муниципалитет вәкилдәренән торған ведомство-ара комиссия бинаны авария хәлендә булыуға бәйле һүтелергә тейеш тип таныған, әммә ҡала хакимиәте халыҡты иҫке йорттан күсермәгән, — тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһында.
Граждандар иҙән-түбәләре ишелеп торған, йылытыу селтәре сафтан сыҡҡан йортта йәшәүен дауам иткән. Өфө прокуратураһы хакимиәткә торлаҡ бүлеү бурысын йөкмәткән. Әле биш ғаиләгә фатир бирелгән. Был мәсьәлә хәҙер прокуратураның даими контролендә.


Вернуться назад