Яңы йылдан мотлаҡ пенсия страховкаһына иғәнә түләү тәртибе үҙгәрҙе.
Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, страховка иғәнәләре, бюджет классификацияһы кодын файҙаланып, федераль ҡаҙналыҡтың тейешле иҫәбенә берҙәм документ ярҙамында түләнә. 1 ғинуарға тиклемге иҫәп-хисап осорона иғәнә түләү документтарын былтырғы кодты күрһәтеп тултырырға кәрәк. Эш биреүселәр өсөн хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшөн түләүгә код — 392 1 02 02010 06 0000 160, тупланма өлөштө түләүгә код — 392 1 02 02020 06 0000 160.