Суфийәр урманы04.02.2014
Суфийәр Хәмәтйәров сираттағы тәҡдиме менән район Советы рәйесенә керҙе.
— Борайҙа йәнлекселек фермаһы асырға ине, нисек ҡарайһығыҙ?
Райсовет рәйесе, ҡорт саҡҡандай, ултырғысында һикереп ҡуйҙы:
– Нимә тип әйттең? Яңылыш ишетмәйемме?
— Ҡиммәтле тиреле йәнлектәр, мәҫәлән, ерән йә аҡ төлкө, шәшке, ҡуян үрсетергә ине.

Рәйес, тауыш-өнһөҙ ҡалып, Хәмәтйәровҡа бер аҙ ҡарап торҙо. Шаярып һөйләйме был, әллә бер аҙ төшөргәнме? Борайҙа ниндәй йәнлекселек фермаһы булһын, ғөмүмән, ундай ферманың Башҡортостанда барлығы ишетелмәне.
— Суфийәр Камалович, әгәр һинең һүҙҙәрҙе хәҙер КПСС райкомының беренсе секретарына әйтһәм, беләһеңме ни тиер? Һеҙ ике диуана, төндә күргән төшөгөҙҙө эшкә килеп һөйләмәгеҙ, тип әйтәсәк. Беҙҙән Обком, беләһеңме, нимә һорай? Ашлыҡ, һөт, ит. Бына ошо ике күрһәткесте бирһәк, һинең менән мин, туз булмаһаҡ та, король буласаҡбыҙ, тиәсәк. Кабинетынан ҡыуып сығарыуы ла ихтимал.
— Ну, урман хужалығында һыйыр фермаһы асырбыҙ инде, сөнки бесәнлегебеҙ бар, ашлыҡ сәсербеҙ. Ә бит ҡиммәтле тире һатһаҡ, күпме аҡса керәсәк, районға даны буласаҡ.
— Хөкүмәт һиңә етерлек аҡса бирмәйме ни?
— Бирә лә ул, тире һатып та аҡса эшләп була.
— Ярар, үҙең ҡара, урман һинеке, ҡуян үрсетәһеңме, төлкөмө — хет крокодил үҫтер!
КПСС райкомында ла шулай тип әйттеләр Борай урман хужалығы директоры Суфийәр Хәмәтйәровҡа. "Ҡулыңдан килә икән, эшлә, беҙ әллә ни ярҙам итә алмайбыҙ", — тинеләр.
Суфийәргә шул һүҙ генә кәрәк ине — барыһы ла иҫәпләнеп уйланғайны уның.
Аңламауҙарына ла ғәжәпләнәһе түгел: әле илдә үҙгәрештәр башланырға, социализмдан капитализмға, баҙар иҡтисадына күсергә 30 йыллап ваҡыт бар. Әммә Суфийәр Камал улы алдағы көн менән йәшәй, шуға уны аңлағандарҙың һирәк булыуына ғәжәпләнерлек түгел ине шул.
Урман министрлығынан да ярҙам иттеләр, сөнки ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә айырым ризыҡ, бигерәк тә ит ҡушылғаны, кәрәк ине. Быныһын Нефтекаманан килтерҙеләр. Борайҙа йәнлекселек фермаһы, йәнлек тәрбиәләүсе белгестәр барлыҡҡа килде. Дөрөҫөрәге, кисәге урмансылар аҡрынлап ерән һәм аҡ төлкө, ҡуян үҫтерергә өйрәнде. Ферма янында быуа төҙөлөп, уға балыҡ ебәрҙеләр, янына һунарсылар өсөн ике ҡатлы өй һалынды, аусылар тирә-яҡтан килде. Бер үк ваҡытта һыйыр фермаһы ла эшләй башланы. Һөтөн дәүләткә һаттылар, эшселәргә бирҙеләр. Хаҡы исем өсөн генә ине: мәҫәлән, иттең килоһы 1,9 һум булды.
Суфийәр Камал улы бының менән генә сикләнмәне, райондың Ҡушманаҡ ауылы янындағы урманға боландар ебәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҙар иҡтисады елдәре ферманы юҡҡа сығарҙы, аҙыҡ етештереүсе предприятиелар һөҙөмтә бирмәй башланы.
— Ну, Суфийәр Камалович, һин иҫ китмәле кеше, — тине беренсе секретарь бер осрашыуҙа, — беҙҙе ғәжәпкә ҡалдыраһығыҙ. Обкомда ла гел һине һөйләйҙәр, ниндәй кеше ул, тип ҡыҙыҡһыналар. Урман хужалығы директоры итеп ҡуйғас та, "Волга"ға ултырмай, атҡа атланып, ер-һыу ҡарарға сығып китәһең икән (ЗАГС-та яҙылырға тейешле көндә урманға китеп, Эмма менән никахҡа инергә һуңға ҡалып килгәнен дә әйтергә уйлағайны ла, тыйылып ҡалды). Тағы ниндәй пландарың бар?
— Питомник асырға ине.
— Ниндәй питомник?
— Ҡарағай, шыршы өсөн. Башҡа ағас үҫентеләргә лә. Аҙыраҡ үҫтерәһең дә һатаһың. Әле Башҡортостанда ундай питомник юҡ.
— Давай, ас питомнигыңды. Нисә гектар ер кәрәк?
— Илле булһа етә.
Шулай итеп, Борайҙа йәш үҫентеләр питомнигы барлыҡҡа килде. Йылдар үткәс, хатта уны Мәскәүҙән килеүселәр ҙә юғары баһаланы. Питомникта эшләргә бик уңған кеше Филимон Байметов алынды. Махсус бригада төҙөп, миллион самаһы йәш үҫенте ултыртып, республикала ғына түгел, сит яҡтарға ла һаттылар. Әммә күрше райондарҙан да килеп ҡарап, мыйыҡтарына сорнап, үҙҙәрендә лә ошондай питомник аса башлағас, конкуренттар барлыҡҡа килде. Ә Суфийәр Хәмәтйәровтың тағы бер юлы бар ине — ул ҡарағай тубырсығын киптереү цехы асып ебәрҙе. Инде Борайҙа орлоҡ әҙерләй башланылар. Өҫтәүенә миләш тә киптерҙе, сөнки уны һораусы предприятиелар байтаҡ. Йүкә йыуғыс цехы асып, продукцияһын СССР-ҙың төрлө төбәгенә тараттылар, армияға ла оҙаттылар. Урман хужалығы үҙ магазинын булдырҙы.
Ҡайһы бер иҫтәлектәргә ярашлы, Борай ауылы башта Танып йылғаһы буйында ултырған, тиҙәр. Әммә яҙ һайын йылға буйын һыу баҫыу сәбәпле, кешеләр әлеге бейегерәк урынға күскән. Ә унда ағас аҙ, шуға ла Борайҙы, уның тирә-яғын йәшеллеккә әйләндереү төп бурысҡа әйләнә. Быны Суфийәр Камал улы етәкселегендә эшләнеләр. Яҙлы-көҙлө ағас ултыртыу өмәләре үтә ине. Был сара Хәмәтйәров өсөн бер байрам булғандыр. Әле лә хәтерҙә: ул көндә Суфийәр, өмәселәр төркөмө янында йүгереп, йәш үҫентене нисек дөрөҫ ултыртырға икәнлеген күрһәтеп йөрөй. Был ваҡытта уның йөҙөндә сабыйҙарса ҡыуаныс пәйҙә була, бер туҡтауһыҙ шаяра, кешеләрҙе иңбашынан һөйә... Ситтән ҡарағанда, уның ҡыланышынан ни ҡәҙәр бәхетле икәнен күреп була ине. Борай юлдары буйындағы ҡайындар уға һәйкәл булып ҡалды. Район дауаханаһы янында иһә 20 гектарҙа ҡарағай урманы барлыҡҡа килде.
Бер тапҡыр йәйге иртәлә беҙ уның менән Борай урманында осраштыҡ. Ул, ғәҙәттәгесә, иртәнге 7-лә эшкә юлланған ине. "Ҡайҙа бараһың?" — тип һораны ул минән.
— Борайҙа ҡурай еләге биләмәһе юҡ бит. Ҡалтасы яғына йә Бөрө районының Үгеҙ ауылына барабыҙ.
— Өс йылдан Борайҙа ла йыйырбыҙ әле еләкте.
Шулай тине Суфийәр Камал улы. Был саҡта ул участка урмансылығына етәкселек итә ине.
Әммә Борайҙа йәшелсә, еләк-емеш баҡсаһы үҫтереүҙә лә ҡаршылыҡтар булманы түгел. Хәмәтйәров уны ауыл ситенә, оло юл буйындағы урман хужалығы аръяғына урынлаштырырға теләне. Былай итһәң, халыҡҡа яҡын була, йәйәү килеп йыйыу мөмкинлеге тыуа, икенсенән, хужалыҡ янында ғына булғас, ерҙе эшкәртеп, тәрбиәләү ҙә, һаҡлау ҙа еңел.
Ә ҡайһы берәүҙәр был ерҙе өй һалырға уңай тип иҫәпләгән, шуға ла директорға үҙенең уйын тормошҡа ашырыу еңел булманы. Уның ҡарауы, өс йылдан баҡса емеш бирә башланы, борайҙар ҡурай еләге, ҡарағат эҙләп йыраҡҡа йөрөмәне.
Суфийәр Хәмәтйәровтың һуңғы проекты мал һуйып, ит эшкәртеү цехы төҙөү ине. Киләсәктә, бәлки, ит комбинатына әйләнәсәк объектты төҙөү эшен башлап ебәрҙе ул. Туғай ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан иҫке бинаны рәтләп, инде унда һуйыу цехы ҡора башланы, иҙәнен бетонлап, мал күтәртеүгә сылбырҙар ҡорҙо. Әммә аҡса кәрәк ине, бының өсөн бер банкты өлөшкә индерҙе. Ләкин, илдә сәйәси хәл ҡатмарланғас, изге башланғысҡа юл киҫелде.
Суфийәр Камал улы ижади урмансы ине. Ул үҙ заманынан 20 — 30 йылға алда барҙы. Мин уның ағастарға, йылғаға, урманға һоҡланып ҡарап торғанын күрмәнем. Практик булды, һәр саҡ хыялын тормошҡа ашырырға ашыҡты.
Мәрхүм үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырҙы. Район үҙәгендәге 20 гектар майҙандағы ылыҫлы урманға "Суфийәр Камал улы Хәмәтйәров исемендәге урман паркы" тигән стела ҡуйҙылар. Атаҡлы урмансыға һәйкәл булып тора ул.
Әммә шуныһы ҡыҙғаныс: үҙе иҫән саҡта уға юғары исемдәр бирелмәгән икән. Был урында Ғ. Туҡайҙың "Бармы ни беҙҙә, ғөмүмән, ысын кеше ҡәҙерен белеү, беҙ уны ҡайҙан беләйек, меҫкен үлеп аңлатмағас" тигән һүҙҙәре иҫкә төшә.
Һуңлап булһа ла уны хөрмәтләнеләр, ә яҙһаң, романдарға һыйырлыҡ яҙмышҡа эйә ине ул.
Рәзиф ЗЫЯТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад