Өфөлә “Russian Startup Tour” тигән киң күләмле сара бара. Уның маҡсаты — өмөтлө проекттар табыу. Сара ғинуарҙан апрелгә ҡәҙәр Рәсәйҙең 26 ҡалаһын иңләп сығасаҡ. Һәр урын өсөн, инфраструктура үҙенсәлектәрен, ҡатнашыусыларҙың ихтыяжын иҫәпкә алып, махсус программа эшләнә.
“Стартап”, “стартап-компания” — яңыраҡ барлыҡҡа килгән терминдар. Улар иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарында ла ҡулланыла, “үҫеш кисереүсе, эҙләнеү юлындағы” тигән мәғәнә бирә. Өфөлә уҙған әлеге сарала тап шундай яңы проекттар билдәләнде.
— Рәсәйҙең инновациялы ун төбәге исемлегенә ингән республикала яңы технологиялар булдырған кешеләр, коллективтар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, уларға төрлө яҡлап ярҙам итәбеҙ, — тине сығышында Президент Рөстәм Хәмитов. — Башланғысты тормошҡа ашырыу еңел түгел, шуға күрә ғилми эшләнмәләр менән шөғөлләнгән белгестәр һәм производство, бизнес араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим. Республикабыҙ юғары технологик эш урындары иҫәбе буйынса илдә алдынғылар рәтендә килһә лә, ҡаҙанышыбыҙҙы донъяуи кимәл менән сағыштырыу мөмкин түгел. Сәнәғәт тармағында элекке технологиялар ҡулланылғанлыҡтан, һөҙөмтә лә түбән. Яңы программалар, алымдар индермәйенсә, алға китә, конкуренцияға һәләтле була алмаясаҡбыҙ. Рөстәм Зәки улы был йәһәттән күп нәмәнең инженерҙарға бәйле булыуын билдәләп, уларға яңынан-яңы асыштар, уңыш теләне.
Сараны ойоштороусыларҙың береһе булған “Сколково” фондының президенты кәңәшсеһе Пекка Вильякайнен иһә, республика башлығының һүҙҙәрен ҡеүәтләп, яңылыҡҡа ынтылыуҙы бала саҡтан уҡ күңелгә һалыу мөһимлеген әйтте. Ул үҙ бизнесын 13 йәшендә үк асҡан — 250 кешелек ауылда балыҡсылыҡ эшен йәйелдергән.
— Рәсәй халҡының яртыһынан күбеһе балаһын төрлө ведомство, дәүләт, бюджет ойошмаларына инергә этәреүҙән туҡталып, уға үҙ эшен асырға тәҡдим итә башлаһа, илдең яңы иҡтисади киләсәгенә юл һалынасаҡ, — тине фин эшҡыуары. — Әлбиттә, барлыҡ башланғыс өсөн аҡса кәрәк. Был йәһәттән Хөкүмәттән ярҙам булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта кәңәш тә ҙур һөҙөмтә бирә. Рәсәйҙә, ғөмүмән, бизнес башлау еңел түгел, тиҙәр, йәш һәм тәжрибәле эшҡыуарҙар араһында бәйләнеш юҡ тиерлек. Беҙҙең әлеге проект ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, яңы алымдар, технологияларҙы уйлап сығарыусылар менән уны тормошҡа ашырыусылар араһында бәйләнеш булдырыу һәм уларға донъяуи кимәлгә сығыу юлдарын күрһәтеү маҡсатын күҙ уңында тота.
Артабан сарала ҡатнашыусылар яңы проекттар менән танышты, бер нисә “оҫталыҡ дәресе”н ҡараны, ойоштороусыларҙан төрлө һорауға яуап алды.