Быйыл 26 октябрҙә Башҡортостанда сәғәт уҡтарының бер сәғәткә артҡа күсерелеүе, йәғни “ҡышҡы ваҡыт”ҡа әйләнеп ҡайтыуыбыҙ ихтимал. 20 ғинуарҙа йөҙҙән ашыу депутат ҡул ҡуйған закон проекты Дәүләт Думаһына тапшырылған. “Новые известия” гәзитенең хәбәренә ҡарағанда, спикер Сергей Нарышкин документты иғтибар менән тикшерергә һүҙ биргән.
Ошо уҡ баҫманың “Конец вечного лета” тигән мәҡәләһендә хәбәр ителеүенсә, “мәңгелек йәй” шуның менән тамам. Гәзит “ҡышҡы ваҡыт”ҡа күсеү тураһындағы закон проектына ҡул ҡуйыусылар араһында “Берҙәм Рәсәй” фракцияһынан 14 кенә депутат булыуы хаҡында ла әйтә. Сәйәси фирҡәнең генераль советы секретары урынбаҫары Сергей Железняк әйтеүенсә, депутаттар үҙ фекерен белдерә ала, ләкин был мәсьәлә закон буйынса Хөкүмәт ҡарамағында, һәм уға ҡыҫылыу дөрөҫ булмаҫ ине. Ысынлап та, Дәүләт Думаһында күпселекте тәшкил иткән фракция берҙәм тауыш бирһә, закондың ҡабул ителмәүе бар. “Юғары”нан ниндәйҙер күрһәтмә төшөрөлһә, власть фирҡәһенең фекере кирегә үҙгәреүе лә ихтимал.
“Ҡышҡы ваҡыт”, “йәйге ваҡыт” тураһында бәхәстәрҙең, Дәүләт Думаһындағы профилле комитет рәйесе Сергей Калашников белдереүенсә, тынып торғаны ла юҡ. Депутат үҙе “ҡышҡы ваҡыт”ҡа күсеү яғында. Проектты әҙерләүселәр хатта, үҙ ҡарашын нигеҙләп, факттар ҙа килтерә. Мәҫәлән, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, “йәйге ваҡыт” кешеләрҙең эшкә һәләтен 10 процентҡа кәметә, шул арҡала дәүләт йылына 300 — 600 миллиард һум юғалта, ти улар. Новосибирск ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау белгестәре иҫәпләүенсә, “йәйге ваҡыт”ҡа күскәс, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар – 66, юл-транспорт фажиғәләре 41 процентҡа артҡан. Административ ваҡыт кешеләрҙең нервы һәм иммун системаһын ҡаҡшата, үҙәк нервы системаһын зарарлай икән.
“Йәйге” һәм “ҡышҡы ваҡыт” тигәндә, йыш ҡына бер мөһим әйбер иҫәпкә алынмай. Тәүгеһе һис кенә лә есеменә тап килмәй, сөнки әллә 1917 йылда Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан, әллә 1919 йылда, әллә 30-сы йылдарҙа (был хаҡта төрлө мәғлүмәт йөрөй) директив ваҡыт индерелеп, сәғәт уҡтары бер бүлемгә алға шылдырылған. Тимәк, 2011 йылда Рәсәй Президенты булып эшләгән Дмитрий Медведев, был факт менән иҫәпләшмәйенсә, “йәйге” түгел, ә “административ” ваҡыт урынлаштырған.
Ләкин икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй киңлектәрендә бар төбәктәр ҙә административ ваҡыт буйынса йәшәмәй. Мәҫәлән, ете төбәктә астрономик ваҡыт рәхәтен күрәләр. Мәскәү, Үҙәк Рәсәй, Көнбайыш Себер, Камчатка – бөтәһе 54 төбәк – астрономик ваҡыттан бер генә сәғәткә алдараҡ көн итә. Ә 20 төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан, ике сәғәткә уҙып йәшәргә мәжбүр. Тимәк, беҙҙең республикала йәшәүселәрҙең эш көнө иртәнге 9-ҙа түгел, ә 7-лә, дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа хатта 6-ла башлана. Ҡышын Башҡортостанда сәғәт 11-се яртыһыҙ яҡтырмай. Өлкәндәр бер хәл, ә бына балалар баҡсаһына сәғәт 5-тән тороп йөрөргә мәжбүр бәләкәстәр тураһында иҫкә алған кеше лә юҡ. Шундай мөнәсәбәттән һуң улар ауырымай, кем ауырыһын?
“Йәйге ваҡыт”тан ҡәҙимгеһенә күсеүҙе Рәсәй Хөкүмәте хәл итергә тейешме, әллә төбәк властарымы? Күренеүенсә, астрономик һәм административ ваҡыттар буйынса барлыҡ төбәктәрҙә лә хәл бер үк түгел, тимәк, пояс ваҡытын хәстәрләү – урындағы властар, шул иҫәптән Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағында. Әйткәндәй, миңә ошо мәсьәлә буйынса 2011 йылдың ҡыш башында уҡ республика парламентына мөрәжәғәт итергә тура килгәйне. Ул турала һөйләшеүҙәр бара, тигән яуап алдым. Күренеүенсә, хәл үҙгәрешһеҙ ҡалды. Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тағы ла бер электрон хат ебәрҙем. Ниндәй яуап килер?
Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар, ти халыҡ. Ысынлап та, йәмәғәтселек был проблемаға вайымһыҙ ҡарай. Дөрөҫ, 2012 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың телевидение аша тура бәйләнешендә Өфөнөң бер төркөм йәштәре “ҡышҡы ваҡыт”ҡа күсеү мәсьәләһен күтәргәс, ил башлығы проблеманы өйрәнергә вәғәҙә иткәйне. Бәлки, Кремль етәксеһе хәл менән ҡыҙыҡһынып, уны яйға һалыу урындағы властар хәстәрлеге тигән һығымтаға килгәндер.
Рәсәй империяһының төрлө дәүерҙәре булған, әммә, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы Сергей Колесниковтың һүҙҙәре менән әйткәндә, “Аллаһ тарафынан бирелгән ваҡыт” менән уйнарға бер батша ла баҙнат итмәгән. Бәлки, XXI быуат сәйәсмәндәренә тарихтан һабаҡ алырға ваҡыттыр?