(К. Янбаев, “Бөгөн — исемен, иртәгә үҙен булмағайы...”, 2014 йыл, 24 ғинуар)
“Башҡортостан” гәзитендә ошо мәҡәләне уҡығас, ҡулға ҡәләм алмайынса булдыра алманым. Ысынлап та, беҙ йәшәгән субъекттың исеме “Башҡортостан Республикаһы” тип раѕланһа ла, ул күптәрҙең телендә “Башкирия” булып ҡала килә. Быға киң мәғлүмәт сараларының да “булышлыҡ” итеүе айырыуса хафаға һала.
Яңыраҡ ҡына беҙгә, уҡыуҙа, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан студенттарға, Ҡазанға барып ҡайтыу бәхете тейҙе. Ҡала буйлап сәйәхәт итеп йөрөгәндә, ҡапыл әхирәтемдең кеѕә телефоны шылтыраны. Ул, һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмай, “мин — Татарияла” тип телефонын һүндереү яғын ҡараны. Шул ваҡыт яныбыҙҙан уҙып барған әбей, асыуланып, татарса: “Ниндәй Татария булһын ти һеҙгә! Күптән инде республикабыҙ Татарстан тип атала. Һеҙҙә генә ул – Башкирия”, — тине лә шәп-шәп атлап китеп барҙы.
Ошо ваҡиғанан һуң бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Ни өсөн беҙҙә илһөйәрлек тойғоһо аҙ икән?! Ни өсөн үҙ төйәгебеҙҙе кәмһетәбеҙ? Был, бәлки, телебеҙҙе ихтирам итмәүҙән киләлер. Күренекле урыѕ яҙыусыһы К. Паустовский: “Кешенең үҙ теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, уның мәҙәни кимәле генә түгел, гражданлыҡ ҡиммәте тураһында ла дөрөѕ фекер йөрөтөргә була. Тыуған илгә булған ысын мөхәббәттең үҙ телеңде һөйөүҙән башҡа булыуы ла мөмкин түгел. Тыуған теленә, иленә битараф әҙәм — ҡырағай...”, — тип яҙып ҡалдырған.
Авторҙың: ”Бөгөн — исемен, иртәгә үҙен бөтөрөп, губерна итеп ҡуйыуҙары ла ихтимал бит”, — тип әсенеүе урынлы, сөнки күп нәмә үҙебеҙгә бәйле. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?