“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ер ҡануниәтен үтәү йөҙөнән 20,6 мең самаһы тикшереү үткәргән, улар барышында ошо өлкәлә 10,7 меңдән ашыу тәртип боҙоу осрағы асыҡланған.
Идаралыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, 4 521 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 5,794 миллион һумлыҡ штраф һалынған.
— Былтыр муниципаль ер контроле органдары тарафынан ер ҡануниәтен үтәүгә бәйле тормошҡа ашырылған тикшереүҙәр элгәре йыл менән сағыштырғанда яҡынса 7 меңгә артты, улар һөҙөмтәһендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылыусылар — 550-гә, штрафтар күләме 779 мең һумға күбәйҙе, — тине идаралыҡ етәксеһе ярҙамсыһы Наталья Шаһиева.