Рәсәй ниңә “алдынғылар” рәтендә?04.02.2014
Үткән аҙнала райондан таныш ҡатын шылтыратты. Ул класташының өс йәшлек малайы лейкоздан – ҡан рагынан – вафат булыуы хаҡында хәбәр итте. Бала химия терапияһын күтәрә алмаған. Әле донъяны яҡшылап күреп тә өлгөрмәгән, хатта аяғына ныҡлап баҫмаған бәләкәстең ғүмере өҙөлөүе тетрәндерҙе, уйға һалды.

Был сир бигерәк аяуһыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны күп осраҡта һуңғы стадияларында ғына асыҡлайҙар. Тәүгеләре һиҙелмәй үтә, ти белгестәр. Башҡортостанда ғына түгел, тотош донъяла табиптар сирҙе башланғас уҡ ауыҙлыҡлап ҡалырға тырыша. Егерме йыл элек Японияла ашҡаҙандағы яман шештән үлгәндәр һаны артҡас, ил хөкүмәте 30 йәше үткәндәргә йылына бер тапҡыр мотлаҡ медицина тикшереүе үтергә ҡуша. Хәҙер унда сирлеләрҙең 90 процентҡа яҡыны башта уҡ асыҡлана. Германияла иһә хатта алыҫ ауылдарға маммограф менән автобус йөрөй. Скандинавия илдәрендә лә диспансерлаштырыуҙы һанға һуҡмағандарҙың эш урынына иҫкәртеү ебәрелә.
Рәсәйгә килгәндә, илдә рак менән сирләүҙең һәр осрағы тиерлек ни бары өсөнсө стадияһында билдәле була. Онкологтар ауырыуға диагноз ҡуйғандан һуң үлем күрһәткесе буйынса ла тотош донъяла “алдынғы” урындарҙың береһен биләйбеҙ.
Рәсәй ниңә “алдынғылар” рәтендә?Сирлеләр табиптарға, ғәҙәттә, ярҙам итерлек булмаған хәлдә генә мөрәжәғәт итә. Европалағы кеүек онкологтарға барып күренеү ҙә беҙҙә йолаға әйләнмәгән. Һуңғы ваҡытта интернет селтәрендә, «зәңгәр экран»дарҙа һәм матбуғат баҫмаларында билдәле йырсы Жанна Фрискеның мейе рагынан яфаланыуы тураһында мәғлүмәт таралыуы хатта йәштәрҙе лә «Сәләмәт тормош өсөн бөтәһен дә эшләйбеҙме?» тигән һорауға яуап эҙләргә мәжбүр итте, ахырыһы.
Һөт биҙҙәрендәге яман шеш – илдәге онкологик сирҙең иң киң таралған төрө. Уның менән һәр унынсы ҡатын тиерлек сирләй. Йыл һайын Рәсәйҙә түштәге яман шештән 20 меңдән ашыу гүзәл зат вафат була. Дәүләт был ауырыуға ҡаршы көрәш өсөн аҡса бүлеүҙе арттыра барыуы менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтары ла күбәйә. Башҡортостанда ла сирҙең был төрөнән яфа сигеүселәр күп.
Рәсәйҙә табиптар минут һайын тиерлек «рак» диагнозын ҡуя, һәм һәр ике минут һайын тиерлек был яман сир кеше ғүмерен өҙә. Белгестәр яман шешкә ҡаршы көрәшкәндә ваҡыттың ни тиклем мөһим икәнлеге хаҡында иҫкәртә. Хатта һанаулы аҙналарҙың ғына ла кеше яҙмышын хәл итеүе мөмкин. Шуға табипҡа барып тикшерелеүҙе, сәләмәт тормош алып барыуҙы матур йолаға әйләндерергә кәрәк.

Рәсәй ниңә “алдынғылар” рәтендә?Руслан СОЛТАНОВ, Республика онкология диспансерының баш табибы:
– Башҡортостанда йәшәгән һәр бишенсе кеше үҙ ғүмерендә яман шештең берәй төрө менән сирләй. Шулай итеп, былтыр бөтәһе 76 мең 777 кеше иҫәпкә ҡуйылды. Был, 2012 йыл менән сағыштырғанда, 3,4 процентҡа күберәк. Төрлө иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһендә 2 мең 47 кешенең яман шеш менән ауырыуы асыҡланды. Һуңғы өс йылда республикала рак менән яфаланыусылар 3,3 процентҡа артты. Хәҙер 100 мең кешегә 287,8 сирле тура килә. Былтыр халыҡты диспансерлаштырыу ойошторҙоҡ, был сирҙе тәүге стадияһында асыҡларға ярҙам итте. Ғөмүмән, һәр кем сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарарға тейеш. Шуға табиптарға даими күренеп тороу кәрәк.


Вернуться назад