“Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар араһында башҡорт ғилемен үҫтереүгә тос өлөш индергән Булат Ғафаров хаҡында белмәгәндәр юҡтыр, моғайын. Баҫманың 2013 йыл аҙағындағы һандарының береһендә ғалимдың тормош һәм эшмәкәрлек юлын тулыһынса сағылдырған күләмле мәҡәлә лә донъя күргәйне. Был яҙмала иһә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында ғалимдың иҫтәлегенә арнап уҙғарылған семинар хаҡында һүҙ барасаҡ.
Сара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә шәхес тәрбиәләү” тигән темаға бағышланды. Уҡытыусылар бер-береһенең тәжрибәһен өйрәнде, хәҙерге балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу хаҡында баш ватты, “Йәштәр ни өсөн шәхестәребеҙҙе кумир итеп күрмәй?” тигән һорауға яуап эҙләне.
— Туған телеңде белмәй, өйрәнмәй тороп, шәхес тәрбиәләү хаҡында һүҙ алып барыу мөмкин түгел, — тип билдәләне Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әхмәтова.
Ысынлап та, барыһы ла телдән, мәҙәниәттән башлана шул. Хәстәрлекле кешеләр булғанда, улар мотлаҡ үҫеш аласаҡ. Күренекле ғалим Булат Ғафаров, һис шикһеҙ, шундайҙар рәтендә. Семинарҙа ҡатнашыусылар уны ҙур хөрмәт менән иҫкә алды, фиҙакәр хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе.
Ошондай саралар телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, халҡыбыҙҙы берләштереү йәһәтенән ифрат әһәмиәтле. Ғафаровтың юлын дауам итеүселәр бар әле.