Һәр кемгә маяҡ булырлыҡ04.02.2014
Һәр кемгә маяҡ булырлыҡ
Донъя ауырлыҡтарынан бөгөлөп төшмәгән, көслө рухлы был кешеләрҙе районда яҡшы беләләр, әммә күптәр Зифа Ғөбәйҙулла ҡыҙының протез аяҡта йөрөүен һиҙмәй ҙә. Хәйер, Асҡар ауылында йәшәгән Зифа менән Милләт Фәтхетдиновтар хаҡында һүҙ сыҡҡанда, физик мөмкинлектәренең сикләнгән булыуын бер кем дә башына килтермәй.


Тормош беҙ уйлағанса ғына бармай шул. Зифа Ғөбәйҙулла ҡыҙы — бала саҡтан инвалид. Туймазы ҡалаһындағы махсус интернатта белем алғандан һуң Ырымбур ҡалаһына уҡырға китә. Бухгалтер һөнәрен алып, тыуған яҡтарына ҡайта, район үҙәгендәге халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтелгән ойошмаға эшкә урынлаша. Барыһы ла ал да гөл булмай, әлбиттә. Бигерәк тә бәғзе әҙәмдәрҙең яраға тоҙ һалып, әленән-әле иҫкәртеп тороуы, кәмһетергә тырышыуы күңеленә тәрән эҙ һала. “Бер кемдән дә кәм-хур булмаҫҡа, улар кеүек донъя көтөргә кәрәк” тигән сәм тап шул саҡтарҙа уяна ла инде. Көн һайын ҡаршылыҡтар менән алышыу, үҙ-үҙеңде еңеү, тормошто яратыу, йәшәүгә дәрт барыһын да еңергә ярҙам итә. Иң мөһиме — Зифала ышаныс арта. Бәхетле булырға теләгән кешенең бәхете лә янында ғына тигәндәй, шунда уҡ эшләгән Милләт Вәлиәхмәт улы менән таныша. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған йәштәр, күп уйлап тормай, өйләнешә.
Милләт Фәтхетдиновтың яҙмышы, врачтарҙың яңылыш энә ҡаҙауы сәбәпле, бала саҡтан селпәрәмә килә. Әсәһе Сәлимә инәйҙең балаһы өсөн өҙгөләнеп, уны күтәреп әле бер ҡалаға, әле икенсеһенә алып йөрөүҙәре лә ярҙам итмәй. Улының ике аяғын да тубыҡтан өҫтә киҫергә тура килә. Әммә рух ныҡлығы һәм сабырлыҡ Милләткә бар ауырлыҡты еңергә көс бирә. Зифаһын осратҡас, уның йәшәүгә тағы ла көсө арта.
Фәтхетдиновтар район үҙәгенән ике бүлмәле фатир ала, әммә улар дүрт стенала бикләнеп ултырыуҙы хуп күрмәй, үҙҙәренә яңы йорт төҙөү тураһында хыяллана. Етмәһә, улдары Алмат та үҫеп килә. Яңы ғына барлыҡҡа килгән Көнсығыш биҫтәһенән ер алып, улар йорт төҙөй башлай. Эштең еңел булмауын яҡшы белһәләр ҙә, түҙә Фәтхетдиновтар. Ҡайһы берәүҙәр һалған тел яраһы күңелдәрен әрнетһә лә, иғтибар итмәҫкә тырышалар. Киреһенсә, сәмләнеп һәм намыҫланып ике ҡатлы йорт төҙөйҙәр. Ун йылға һуҙылған төҙөлөш, ниһайәт, тамамланып, бынамын тигән күркәм йорт ҡалҡып сыға. “Нисек инде былар аяҡһыҙ көйөнә шундай өй һалып сыҡҡан?” – тип хуплаусылар ҙа, көнләшеүселәр ҙә табыла. Йортта бар уңайлыҡтар булдырылған, бүлмәләре Европа стандарттарына яуап бирерлек ремонтланған.
Һәр кемгә маяҡ булырлыҡБар Асҡар халҡын аптыратып, ике ҡатлы йорт төҙөп кенә ҡуймаған Фәтхетдиновтар, эшҡыуарлыҡҡа ла тотонған. Бөгөн Милләт Вәлиәхмәт улының автоһәүәҫкәрҙәр өсөн махсус магазины бар. Үҙе һата, үҙе кәрәкле әйберҙәрҙе алып килә.
Тәүәккәл һәм сәмле Фәтхетдиновтарҙың батырлыҡҡа тиң тағы ла бер аҙымы хаҡында әйтмәү дөрөҫ булмаҫ ине. Улар тәрбиәгә өс йәшлек ҡыҙ бала алып үҫтерә. Йәшәүҙәренең йәме-ҡотона әүерелгән Юлиә өсөн барыһын да эшләргә әҙерҙәр. Зифа Ғөбәйҙулла ҡыҙы уны дәрескә алып бара, бейеү түңәрәгенә йөрөтә. Әсә һөйөүе менән яратып баҡҡан күҙҙәренә ҡарағанда, унан да бәхетлерәк кеше юҡ бөгөн. Ейәндәре Динислам менән Илгиз янында сәскәләй ҡыҙының сыр-сыу килеп уйнауы бәхет түгелме ни?!
Эйе, һоҡланыуға лайыҡ был ғаилә. Ифрат оло йөрәкле, көслө рухлы һәм ҡоростай сабырлыҡҡа эйә Фәтхетдиновтар һәр беребеҙгә йәшәү маяғы булырлыҡ. Тырышлыҡтары, ихтыярлы булыуҙары һәр яҡлап ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Әбйәлил районының инвалидтар ойошмаһы рәйесе Фәүҡинур Нуретдин ҡыҙы Фәтхуллина әйтеүенсә, бындай ғаиләләр бөгөн бик һирәк. Хатта уларҙы һау-сәләмәт кешеләр араһында ла осратыуы ауыр. Зифа менән Милләт Фәтхетдиновтар кеүектәрҙән өлгө алып, йәшәү мәғәнәһен һәм асылын аңлау бер кемгә лә ҡамасауламаҫ ине.


Вернуться назад