Намыҫлы хеҙмәт ҡыуаныс килтерә01.02.2014
Намыҫлы хеҙмәт ҡыуаныс килтерә
Һәр илде, һәр милләтте һаҡлар, раҫлар һәм алға этәрер бер нәмә бар. Ул – аҡыл һәм ҡул хеҙмәте. Намыҫлы хеҙмәт иһә уңыш, шатлыҡ-ҡыуаныс килтерә. Кисә Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тармаҡтарында эшләгән, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уңғандарға дан-хөрмәт күрһәтелде — республика Президенты Рөстәм Хәмитов дәүләт наградаларын тапшырҙы.


– Беҙ бер көн, ай, йыл ғына түгел, оҙаҡ ваҡыт үҙенең яратҡан һөнәренә бар белемен, бөтә көсөн һалып, намыҫ менән эшләгәндәрҙе тәбрикләйбеҙ. Улар үҙҙәренең миҫалында бөгөн дә хеҙмәт ярҙамында ҙур уңыштарға өлгәшеп булыуын күрһәтә, – тине Рөстәм Зәки улы.
Дүртөйлө район һәм ҡала ветеринария станцияһы етәксеһе Илдар Ҡазыхановҡа Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелде.
– Һуңғы ваҡытта станция яҡшы, заманса йыһаздар менән тәьмин ителде. Был малдарға сифатлы тикшереү үткәрергә ярҙам итә. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы ла күтәрелә, – тине Илдар Сафуан улы рәхмәт һүҙендә.
«Медтехника» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Фидус Ямалтдинов – «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», спорт ветераны Әғлә Кусимов – Салауат Юлаев ордендары, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн отличие билдәһе менән бүләкләнде.
«Юлдаш» каналының музыкаль мөхәррире Риф Арыҫланов яҙған «Һағыныу сере», «Атай, ҡотлайым һине» тигән һәм башҡа йырҙары халыҡта ҙур танылыу яуланы. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән мәртәбәле исем бирелде.
– Мәҙәниәт йылында ошондай олуғ бүләккә лайыҡ булыу – үҙе бер ҙур шатлыҡ. Бергә эшләгән коллективыма, етәкселәргә, шағирҙарға, йырсыларға сикһеҙ рәхмәт. Уларһыҙ ошондай бейеклектәргә үрләү бик ауыр булыр ине, – ти Риф Хәмит улы.
Ун алты йыл Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә балет артисы булып эшләгән Рөстәм Хәйруллин хореограф булараҡ та билдәле. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелгән бейеүсе ҡуйған «Юрматы», «Бейеш» бейеүҙәрен тамашасылар алҡышлап ҡаршылай.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған Салауат районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Маргарита Сәфәрғәлина, Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йортоноң «Сатҡылар» халыҡ театры режиссеры Флүрә Низамова, Сибай ҡалаһындағы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Сания Хәйбуллина үҙҙәренә ошондай ҙур баһа бирелеүе айҡанлы тулҡынланыуы, бындай ҙур иғтибарҙың яуаплылыҡ өҫтәүе тураһында әйтте.


Вернуться назад