Социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан торлаҡ төҙөү буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды яулаған. Республика Хөкүмәтенең 29 ғинуарҙа үткәрелгән ултырышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта хәбәр итте.
— Алдынғылыҡ өсөн көрәшкән төбәктәр байтаҡ, әммә былтыр беҙ яҡшы эшләнек. Ете процентҡа үҫеш тәьмин итеп, 2,5 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү — беҙҙең өсөн мөһим ҡаҙаныш, — тине ул.
Былтыр инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереүгә 2,8 миллиард һум йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә киләсәктә күләмле сәнәғәт һәм шәхси төҙөлөш алып барыу өсөн нигеҙ һалынды, 2,5 миллион квадрат метрлыҡ торлаҡ сафҡа индерелде. 1 500 алданған өлөшсөнөң торлаҡ мәсьәләһе хәл ителде. Авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаларына ярашлы, алты меңдән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшыртты.