Аҡыллы йорттар ҙа була01.02.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында “Умка” шәхси балалар баҡсаһында булды һәм Баҡалы урамындағы яңы торлаҡ комплексы төҙөлөшө менән танышты.


“Умка” балалар баҡсаһы былтыр октябрҙә асылған. Майҙаны 174 квадрат метрлыҡ муниципаль бина бала ҡарау буйынса шәхси эшҡыуар Евелина Северинаға ҡуртымға тапшырылған. Айлыҡ түләү башта 27 мең һум тәшкил иткән, лицензия алғандан һуң ҡуртым хаҡы 21 мең һумға төшкән.
— Әлбиттә, ҡала бюджеты килемде алып еткермәй, әммә хәүеф юҡ. Беҙ икенсе яҡтан отабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Әле бында 15 бала йөрөй. Баҡса тағы ла ун сабыйҙы ҡабул итергә әҙер. Шәхси балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә айына 15 мең һум түләй. Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа республиканың баш ҡалаһында дәүләткә ҡарамаған балалар баҡсалары һаны 54-тән 112-гә тиклем артҡан.

* * *


Артабан Рөстәм Хәмитов Баҡалы урамындағы төҙөлөш майҙансығында булды. Бында 25 ҡатлы өс йорттан торған заманса торлаҡ комплексы һалына. Республика Президенты яңы йорттағы бер нисә фатирҙы ҡарап сыҡты. Намыҫлы эшләгән төҙөлөш компанияларына ярҙам күрһәтеү зарурлығын билдәләне.
— Башҡарылған эштең сифаты миңә оҡшай. Барыһы ла тейешенсә, намыҫлы эшләнгән, — тине ул.
“СтройФедерация” инвестиция-төҙөлөш компанияһы һалған биналарҙа “Аҡыллы йорт” концепцияһы тәүге тапҡыр тормошҡа ашырыла. Заманса техник ҡарарҙар йыйылмаһы (иҫәп-хисап ҡорамалдары, видеокамералар) фатир хужаларына электр һәм йылылыҡ энергияһын һаҡлау мөмкинлеген бирә, хәүефһеҙлек тәьмин итә.
Төҙөүселәр күп ҡатлы йорттарҙы йылдам төҙөүҙең өр-яңы сит ил технологияһын үҙләштереү йәһәтенән пландар менән уртаҡлашты. Компания киләсәктә Өфөлә даунтаун һалырға тәҡдим итә. Рөстәм Хәмитов был башланғысты хупланы.


Вернуться назад